Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Декабрь 2022, 09:00

Өс бер туған ғаилә йылыһына мохтаж

Денис, Айҙар һәм Айнурға атай менән әсәй кәрәк. 

Өс бер туған ғаилә йылыһына мохтаж
Өс бер туған ғаилә йылыһына мохтаж

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә бер туған өс малайға ғаиләгә урынлаштырыу мөмкинлеге ҡаралыуы тураһында иғлан менән уртаҡлашты.

“Күптән түгел был малайҙар үҙ ғаиләһендә йәшәй ине, әммә бер йыл самаһы элек махсус учреждениеға алындылар.  

Денис 2007 йылдың апрелендә тыуған. Ул – ғаиләлә иң өлкәне. Яуаплы, етди үҫмер һәр нәмәлә тәртип ярата, туғандарын да шуға өйрәтә.

Айҙар – уртансы малай (07.2011 йылғы), изге күңелле, аралашыусан. Айнур (01.2013 йылғы) ҡыҙыҡһыныусан, хужалыҡсыл, шат күңелле булыуы менән башҡаларға ла ҡыуаныс өләшә белә.

Денис һәр йәһәттән бәләкәй туғандарына ярҙам итә, ә улар үҙ сиратында уға бошонорға ирек бирмәй.

Балалар үҙ-ара бик татыу, был уларға яңы шарттарға яраҡлашырға ярҙам итә. Бер туғандар атай-әсәй табып, бер ғаилә булып йәшәү хаҡында хыяллана.

Бәлиғ булмаған өс балаға ата-әсә, опекун, (попечитель) була алыуы тураһында йәшәгән урыны тарафынан бирелгән белешмәгә эйә булған граждандар мәғлүмәт банкының төбәк операторына мөрәжәғәт итә ала. Телефон: 8 (347) 218 03 62", - тип хәбәр итә министрлыҡ. 

Сығанаҡ: vk.com/mintrudrb

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: