Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
12 Декабрь 2022, 16:00

Иләстәр сәләмәт тормош яҡлы

Хәйбулла районы ауылдары "Айыҡ ауыл" конкурсында әүҙем ҡатнашырға теләк белдергән

Иләстәр сәләмәт тормош яҡлы
Иләстәр сәләмәт тормош яҡлы

Хәйбулла районының Иләс ауылы быйыл "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән. Әле улар райондағы тәүге турҙы үтеү өсөн бар тырышлыҡтарын һала, төрлө саралар үткәрә. 

"Ҡош-ҡорт өмәләре тамамланды, мал-тыуар ҡураға инде, хәҙер инде бер аҙ үҙебеҙҙең сәләмәтлеккә ваҡыт бүлер мәл етте, - ти Иләс ауылы ҡатын - ҡыҙҙары. Китапхана эргәһендә ауыл фельдшеры Шәһиҙә Саҙритдин ҡыҙы Ғәббәсова ауылдаштары өсөн спорт түңәрәген ойоштороп ебәргән. Аҙнаһына 2-3 тапҡыр йыйылып, ауыл һылыуҙары төрлө күнекмәләр ярҙамында тәндәрен яҙа, рәхәтләнеп ял итә.
Матдәләр һәм энергия алмашыныу процестарын тиҙләтеү, мускул корсетын нығытыу, бәйләү аппаратының һығылмалылығын арттырыу, хәрәкәттәрҙең координацияһын яҡшыртыу, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу системаларын күнектереү һәм башҡа бихисап файҙаһы бар икән был күнекмәләрҙең.
Уларҙы башҡарғанда йога тураһында китаптар һәм төрлө әҙәби шиғырҙар, хикәйәләр ҙә тыңлай икән дәртле һылыуҙар", - тип яҙа Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.

Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.

Иләстәр сәләмәт тормош яҡлы
Иләстәр сәләмәт тормош яҡлы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: