Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Декабрь 2022, 20:30

Матур байрам бүләге булды

Яңы йыл алдынан ғаиләләрҙе тәбрикләү – изге  йола.

Матур байрам бүләге булды
Матур байрам бүләге булды

Бөгөн Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе”  һәм “Волга буйының уңышлы ғаиләһе” конкурстарында ҡатнашыусыларға дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте. Ғаиләләрҙе тәбрикләү сараһында “Бәхет биләмәһе” мәрхәмәтлек фонды рәйесе Каринэ Хәбирова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лира Иғтисамова, Башҡортосандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, уның урынбаҫары Анна Таболина  “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең “Ныҡлы ғаилә” проекты координаторы Наталья Абдразаҡова ҡатнашты.

Ҡунаҡтар хөрмәтенә ойошторолған сәй табыны артында ғаиләләр үҙҙәре тураһында һөйләне, теләк-кәңәштәрен дә әйтте. Артабан инде дипломдарҙы тапшырыу тантанаһы булды.

Осрашыуға алты ғаилә килгәйне. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле, һәләтле һәм матур. Тәтешле районының Кәлтәү ауылынан Мәккиә һәм Муллахан Муллахмәтовтар быйыл “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсында “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында еңеү яулаған.

Хеҙмәтте иң алға  ҡуйған эшһөйәр ғаилә улар. Муллахан ағайҙың хеҙмәт стажы 40 йылдан ашыу булһа, 32 йыл дауамында ауыл мәҙәниәт йортон етәкләгән. Мәккиә апай ферма, келәт  мөдире булып хеҙмәт иткән. Хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда.

Бөгөнгө сараға ҡыҙҙары Зинфира ла килгәйне. Ул да ата-әсәһенең тормош юлын лайыҡлы дауам итеүсеһе. Бөгөн ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы булып эшләй. Тормош иптәше менән ауылда төпләнеп. өс балаға ғүмер биргәндәр. Ата-әсәһенән алған  матур өлгөнө Зифираның  ғаиләһендә лә күрергә мөмкин. Улар үҙҙәренең хужалығында 10-лап һыйыр малы, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай.

Атай-әсәйемдең эшкә өйрәтеп үҫтереүе, талапсан булыуы артабан үҙемә тормош көткәндә тик файҙаға булды, тигән фекерен әйтте ул.

Саҡмағоштан Ғәлиевтәр менән дә бик ихлас әңгәмәләштек. Улар “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында “Күп балалы ғаилә” номинацияһында еңеү яулаған. Гүзәлиә һәм Борис Ғәлиевтәр биш бала тәрбиәләй.

Йолаларҙы һаҡлау, заманса костюмда милли биҙәктәрҙе ҡулланыу йүнәлешендә лә матур эш алып баралар. Гүзәлиә менән Борис мәктәптә уҡығандан бер-береһенә ғашиҡ. Тәүҙә күрше, дуҫ булып аралашһалар, аҙаҡ хистәре тәрәнәйә.

Бөгөнгө байрамға ғаилә башлығы эштә булыуы сәбәпле, килә алмағайны. Шулай ҙа балалар байрамда бик ихлас ҡатнашып, матур тәьҫораттар алды.   

Ағиҙел ҡалаһынан Яна һәм Эдуард Иванаевтар менән дә таныштыҡ. Улар әлеге конкурстың республика этабында “Йәш ғаилә” номинацияһында еңә. Ике ул тәрбиәләгән был ғаилә бөтә яҡлап та әүҙем. Улдарының икеһе лә каратэ менән шөғөлләнә. Уңыштары менән  ата-әсәһен ҡыуандыралар. Өлкәндәре Башҡортостан Башлығы шыршыһына ла саҡырылған. Ғаилә ирекмәнлек эшен дә үҙ итә. Ҡалала булдырылған “Йәш ирекмән” штабында Альберт һәм Ролан ихлас шөғөлләнә.  

Салауат ҡалаһынан Рәмзиә менән Рафаэль Ғәйнуллиндар ҙа ҙур һоҡланыу уятты. Улар - конкурстың республика этабында “Ғаилә – йолаларҙы һаҡлаусы” номинацияһы еңеүселәре. Был ғаиләлә Тимерхан, Хәҙисә һәм Хазина исемле балалар үҫә.

Рәмзиә менән Рафаэль икеһе лә Салауат дәүләт башҡорт драма театрында эшләй. Ижади ғаиләлә балалар ҙа сәнғәткә тартылып үҫә. Тимерхан - “Самрау” бейеү ансамбленең солисы, Хәҙисә лә шунда бейей, бынан тыш, ул акробатиканы үҙ иткән, 2-се өлкәндәр разряды бар.

Ғәйнуллиндар буш ваҡыт эләккәндә тәбиғәткә сығырға ярата. Ҡышынмы, йәйенме, күмәкләп ялдарын тәбиғәт ҡосағында уҙғаралар. Ғәйнуллиндар ғаиләләре менән “Беренсе республика” фильмында ла төшкәндәр.

Ошо уҡ конкурста ҡатнашып, республика этабында “Алтын ғаилә “номинацияһын яулаусы Дәүләкән районынан Илмира һәм Флорид Вәлиевтәр үҙҙәренеке эргәһенә тәрбиәгә балалар алыуҙары менән һоҡландырҙы. Ошондай уҡ ҙур йөрәкле ғаилә Мәләүездән -  Лена һәм Дамир Абдуллиндар. Үҙҙәренең дүртәүһе эргәһенә тағы бишәү уларҙа ғаилә йылыһы тапҡан.

Абдуллиндар ғаиләһе “Волга буйының уңышлы ғаиләһе-2022 “ округ конкурсында “Ижади ғаилә” булараҡ еңеүгә өлгәшкән.

- “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй проекты етенсе йыл эшләп килә һәм  йыл һайын республикабыҙҙан ғаиләләребеҙҙе ҡатнаштырабыҙ, улар дипломдар алып ҡайтып шатландыра. “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй  йәки  “Волга буйының уңышлы ғаиләһе” конкурстарында  ҡатнашыусыларҙы, еңеүселәрҙе Яңы йыл алдынан ошолай тәбрикләү матур йолаға әүерелде. Улар менән осрашыу беҙҙең эшкә лә ҡанат ҡуя, ғаиләләр ҙә бындай сараларҙан һуң үҙҙәренә ышаныстары артып, дәртләнеп ҡайта,  - тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Тағы ла бик матур бүләк әҙерләнгәйне бөгөнгө байрамға килеүсе ғаиләләргә – улар бергәләп “Щелкунчик” балетын ҡараны. Күптәр был театрға тәүге тапҡыр килеүен белдерҙе, шуға ла әлеге балетты күреп тә бай тәьҫораттар алды. Ғаиләләрҙе данлаған, күтәргән, иғтибар биргән өсөн рәхмәт һүҙҙәре лә әйтелде сарала ҡатнашҡан ғаиләләр тарафынан.

Автор фотолары.

Матур байрам бүләге булды
Матур байрам бүләге булды
Матур байрам бүләге булды
Матур байрам бүләге булды
Матур байрам бүләге булды
Матур байрам бүләге булды
Матур байрам бүләге булды
Матур байрам бүләге булды
Матур байрам бүләге булды
Матур байрам бүләге булды
Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас