Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Декабрь 2022, 13:25

“Ҡурай сәскәһе” ҡышын да сәскә ата...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Туймазы ҡалаһында быйыл март айында сафҡа ингән клиник-диагностик йоғошло ауырыуҙар үҙәге ҡыҫҡа ваҡытта – 45 көндә төҙөлдө. Быныһы инде Башҡортостанда ҡалҡып сыҡҡан өсөнсө госпиталь. Пандемия тамамланғас та буш тормаясаҡ, күп профилле, яҡшы йыһазландырылған дауаханаға әүереләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың октябрендә республика етәксеһе Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы көрәшеү өсөн баш ҡаланан ситтә ике модулле госпиталь төҙөү кәрәклеге тураһында белдерҙе. Шуларҙың береһе – 437,7 мең кешене хеҙмәтләндерәсәк Туймазы дауаханаһы 250 урынға иҫәпләнгән. Өҫтәмә рәүештә бында тағы 200 урын булдырырға мөмкин.

Госпиталдә диагностика, йоғошһоҙ­ландырыу, экспресс-лаборатория, дарыухана, ультратауыш, функциональ диагностика, эндоскопия кабинеттары, диспетчер хеҙмәте эшләй, вертолет майҙансығы әҙерләнгән. Хәҙерге заманда көтөлмәгән сирҙәр таралыу хәүефе ихтималлығын яҡшы аңланыҡ, тимәк, уға әҙерлекле булыу, бик тиҙ медицина учреждениелары төҙөү мөһим. Икенсенән, медицина ҡорамалдары, дауалау ысулдары ныҡ үҙгәреш кисерә, шуға күрә тиҙ төҙөлөүсе госпиталдәр киләсәктә уларҙы йәһәт йыһазландырыу, ҡайтанан тулыландырыу, хатта үҙгәртеп ҡороу мөмкинлеген бирә. Башҡортостан тиҙ төҙөлә торған модулле медицина учреждениелары буйынса Рәсәйҙә лидер булып тора. Госпиталдәрҙе ҡурай тажы рәүешендә төҙөү – республиканың идеяһы. “Ҡурай сәскәһенең” башҡа төбәктәрҙә сәскә атыуы шулай уҡ ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ошондай уҡ учреждениелар Силәбелә, Ырымбурҙа, Калугала, Белгород өлкәһендә төҙөлдө. Тәжрибә уртаҡлашыу өсөн беҙгә 15 төбәктән  вәкилдәр килде.

Госпиталь республикабыҙҙың көнба­йыш өлөшөндә йәшәгән халыҡты – Ба­ҡалы, Шаран, Йәрмәкәй, Бәләбәй, Биш­бүләк, Туймазы райондары һәм Октябрь­ский ҡалаһы халҡын хеҙмәтлән­дерә. Тормош тәжрибәһе тиҙ сафҡа индере­леүсе модулле медицина учреждениеларын төҙөү тураһындағы ҡарарҙың дөрөҫлөгөн раҫланы. Пандемия килә лә китә, ә биналар ҡала. Күп профилле, яҡшы йыһазландырылған, уңайлы шарттар булдырылған дауахана ете район һәм ике ҡала халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүен дауам итәсәк. Бында заманса яңы компьютер томографы һәм башҡа ҡиммәтле ҡорамалдар ҡуйылған, 20 реанимация койкаһы әҙер, кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә.

Читайте нас: