Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Декабрь 2022, 12:15

Мәктәп юлы – ғазап юлы

Һуҡыр кеше тауышҡа һәм тактиль хистәренә генә таяна ала. Ә ҡар таҙартылмаһа, улар нисек йөрөргә тейеш?

Мәктәп юлы – ғазап юлы
Мәктәп юлы – ғазап юлы

Рамзандың ғаиләһе Нефтекаманан Өфөгә тап мәктәп өсөн күсеп килгән. Малай тыумыштан һуҡыр һәм ата-әсәһе уны яҡшы шарттарҙа уҡытыу өсөн ошо аҙымға бара.

12 йәшлек малай Өфөләге Һуҡыр һәм насар күргән балалар өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернатында уҡый. Яңы фатирҙары мәктәптән әллә ни алыҫ булмаһа ла, уҡырға йөрөү Рамзан Нуретдинов һәм уның әсәһе өсөн ғазап юлына әүерелгән дә. Малай махсус таяҡ менән йөрөй һәм бордюрҙарға төртөп ориентир таба. Әммә ҡыш көнө тротуарҙы йүнләп таҙартмаһалар, улар юғала һәм юл да “тойолмай” башлай.

Икенсенән, мәктәп тирәһендә лә ҙур проблемалар бар. Юлды ҡарҙан таҙартмайҙар, боҙлауыҡты бөтөрмәйҙәр, бейек баҫҡыстар емерелгән, былай ҙа тығыҙ юлда тротуарҙар тар, унда ла машиналар тора. Ә мәктәп үҙе тау түбәнендә урынлашҡан. Тимәк, кешеләргә лә, автомобилдәргә лә үтеүе ауыр.

Мәктәпкә балалар Менделеев, Баҡалы, Злобин һәм Аҡназаров урамдары яғындағы йәмәғәт транспорты туҡталыштарынан да килә. Һәм бындай проблеманы бер Рамзандың ғаиләһе генә кисермәй. Шуға күрә был уҡыу йорто балаларының ата-әсәләре һәм педагогтары төрлө урындарға ялыуҙар яҙа. Уларҙың береһе Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына ла килә һәм ойошма ағзалары хәлде үҙ күҙҙәре менән күрергә ҡарар итә.

Һөҙөмтәлә журналистар менән берлектә рейд ойошторола. Унда йәмәғәт палатаһы ағзалары Рита Некрасова менән Булат Сафин да ҡатнашты. Ата-әсәләрҙең район хакимиәтенә талабы бер: махсус мәктәп тирәләй генә булһа ла уңайлы шарттар тыуҙырыу.

Рамзан әсәһе Резеда менән йортонан мәктәпкә тиклем үткән юлын күрһәтте. Подъезд янында малай тирә-яҡты һәйбәт таный, ә бына оло юлға сыға башлаһа, юғалып ҡала. Тегендә-бында ҡалдырып киткән машиналар ҙа уның башын ҡатыра. Тик иң ҡурҡынысы Обь урамы менән Злобин урамы киҫелешкән урында юлды аша сығыу. Бер мәл Рамзан тайып йығылып китте. Әлдә ҡаршыһына килгән машина, малайҙы күреп ҡалып, туҡтап өлгөрҙө. Әммә ата-әсәләр әйтеүенсә, юлдың был участкаһында машиналар геүләп тора һәм водителдәрҙең һуҡыр балаларҙы күрмәй ҙә ҡалыуы ихтимал. Уларға юл ситендәге ҡыуаҡлыҡ ҡамасаулай, ата-әсәләр әйтеүенсә, уны ҡыҫҡартып тороу етмәй, ә тулыһынса алып ташларға кәрәк.

Ҡыҫҡаһы, ҙурайып бөткән балаларҙы ла бында ата-әсәһе килтерә. Үҙҙәрен генә мәктәптә ебәреү хәүефле.

Мәктәп-интернат директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Айгөл Килмөхәмәтова һөйләүенсә, мәктәптә 205 бала белем ала. “Интернатта республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 80 бала уҡый, ҡалған 125 бала – Өфөнән. Ата-әсәләр балаларын автомобилдәрҙә пик сәғәттәрендә килтерә. Мәктәпкә инеү юлы ла ҡатмарлы. Туҡталҡа урындары етмәй. Ҡышҡыһын интернат шлагбаумы артындағы юлды насар таҙарталар, юл күтәренке урында, боҙ бар, машиналар бәрелешә”, – тип һөйләне ул.

Әйткәндәй, Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән журналистар килгән көндө быға тиклем ҡарлы булған мәктәп тирәләй биләмәне төнгө 12-лә таҙартып ҡуйғандар ине. Тимәк, кемдер рейд килеүе тураһында хәбәр иткән. Ата-әсәләр әйтеүенсә, ҡыш буйы ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа таҙартылмаған булған.

Мәктәп тирәләй проблемалар ҡыш көнө генә түгел, яҙлы-көҙлө лә бар икән. Бина тирәләй күләүектәр барлыҡҡа килә, улар кипмәй. Бындай урында һуҡыр түгел, һау кешеләргә лә йөрөүе ауыр. Шуға күрә ата-әсәләр бында тротуарҙар барлыҡҡа килеүен теләй.

Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рита Некрасова белдереүенсә, был проблема әлеге мәктәпкә генә хас түгел. Бар республика уҡыу йорттары тирәләй бар улар. Яңы йорттар төҙөлә, ә тротуарҙар һалынмай.

Йәмәғәт палатаһының тағы бер ағзаһы, үҙе лә күреү буйынса инвалид, адвокат Булат Сафин шулай уҡ махсус таяғы менән мәктәп тирәләй йөрөп ҡараны.  

– Бына ошонда ҡар менән боҙ аҫтында керамик плитә түшәлгән, ул бөтә миҙгелдәргә лә иҫәпләнмәгән, шуға ныҡ тая. Бында бик күптәр тайып йығылған, аяҡ-ҡулдарын һындырған. Был ГОСТ талаптарына яуап бирмәй. Төп юлдан мәктәп яғына төшөүе лә уңайһыҙ, ныҡ тая, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул. – Бина тирәләй һалынған тактиль плитә лә боҙ менән ҡапланған. Мин таяғым менән эҙләп ҡарайым, тик ҡарҙан башҡа нәмә тоймайым. Балаға үтер өсөн ҡар соҡорға кәрәкме? Күрмәгән кеше тауышҡа һәм тактиль хистәренә генә таяна ала. Беҙ уны таяҡ менән табабыҙ һәм йүнәлеште билдәләйбеҙ. Ә таҙартылмаған урында ни эшләргә һуң?..

Рейдта Совет районының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш идаралығы начальнигы Ришат Исмәғилев тә ҡатнашты. Ул ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы тыңланы һәм, тейешле ҡарарҙар ҡабул ителер, тине. Юл менән мәктәп араһында ҡойма төҙөү буйынса һорауға яуап биреп, былай тине:

“Уҙған айҙа Менделеев урамында 149-сы һәм 153-сө йорттар янында юлды кәртәләп алдылар. Менделеев урамындағы юлды ҡоймалауға килгәндә, ошо көндәрҙә ЮХХДИ, коммуналь хужалыҡ идаралығы, ҡала хакимиәте менән берлектә кәңәшмә планлаштырылды, унда ҡойма ҡуйыу мәсьәләһе ҡараласаҡ. Ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта, 2023 йылдың яҙында ҡоймаларҙы ҡуябыҙ”.

Шулай уҡ, Ришат Исмәғилев белдереүенсә, ата-әсәләр ялыу иткән ҡыуаҡлыҡты ла алып ташлаясаҡтар.

Өфөнөң 28-се һуҡырҙар мәктәп-интернатына рейд йомғаҡтары буйынса Йәмәғәт палатаһы Өфөнөң Совет районы хакимиәтенә, шулай уҡ Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ идаралығына акттар ебәрәсәк. Документта баланың өйҙән был уҡыу йортона тиклемге юлды хәүефһеҙ үтеүгә кире йоғонто яһаған бөтә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса кәңәштәр сағылдырыласаҡ. Улар араһында даими рәүештә ҡарҙы һәм боҙҙо таҙартыу, ата-әсәләр өсөн өҫтәмә туҡталҡа урындары эшләү, тротуарҙар булдырыу, мәктәп тирәләй махсус билдәләр ҡуйыу, светофор янында “яһалма ҡаршылыҡтар” урынлаштырыу, баҫҡыстарҙы йүнәтеү һәм башҡалар бар.

Ыңғай һөҙөмтә булыр һәм балалар мәктәпкә ҡыуанып, хәүефһеҙ юлдан йөрөр тип ышанабыҙ.

Фотолар: БР Йәмәғәт палатаһы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: