"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты Бөтә Рәсәй "Теләктәр шыршыһы" хәйриә сараһын тормошҡа ашырыу буйынса матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Сараға видеоконференц-элемтә аша партияның урындағы бүлексәләре ҡушылды. Партияның төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Айгөл Гәрәева, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры урынбаҫары, “Ижади теләктәр шыршыһы” республика акцияһы координаторы Хәлил Хәмзин һәм башҡалар киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй “Теләктәр шыршыһы” хәйриә сараһы Рәсәйҙә 2018 йылдан тормошҡа ашырыла, йыл һайын изге эштәр башҡарырға әҙер булған меңдәрсә кешене йыя. Маҡсаты — ауыр тормош хәленә эләккән балаларға һәм оло йәштәгеләргә шатлыҡ, Яңы йыл тылсымын тойоуҙы бүләк итеү.
– Бөгөн йыл һайын үткәрелә торған "Теләктәр шыршыһы" федераль кампанияһы башланды. Уҙған аҙнала ғына ғаризаларҙы ҡабул итеү тамамланды. Хәҙер республикабыҙ балалары ҡалдырған барлыҡ теләктәрҙе теркәйбеҙ. Матбуғат конференцияһында сараларҙы тормошҡа ашырыу механизмдарын тикшерҙек. Һәм, әлбиттә, бар теләктәрҙе тиҙ арала үтәү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Руслан Насретдинов.
Йыл һайын акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәрен меңәрләгән битараф булмаған кешеләр үтәй. Рөстәм Ишмөхәмәтов был акцияла республика депутаттарының ҡатнашыуы хаҡында һөйләне.
– Республика һәм урындағы үҙидара органдары депутаттары 2018 йылдан алып йыл һайын "Теләктәр шыршыһы" акцияһында әүҙем ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, йылдан-йыл улар һан яғынан да, сифат яғынан да ҡатнашыуын яҡшырта, сөнки балаларҙың матди генә түгел, ә матди булмаған теләктәрен дә ғәмәлгә ашыра. Бынан тыш, мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың мөрәжәғәттәре лә бар. Беҙ артабан да ошо йүнәлештә әүҙем эшләйәсәкбеҙ, – тине ул.
Былтырҙан башлап төп "Теләктәр шыршыһы"нан тыш, республикала “Ижади теләктәр шыршыһы” ла уҙа, унда ижади теләктәрен тормошҡа ашырырға теләгән балаларҙың хыялдары тормошҡа ашырыла, мәҫәлән, “сәхнәлә йондоҙ менән сығыш яһау”, “театрға барыу”, “ролде башҡарыу”, “хоккейға барыу” һәм башҡалар.
“Ижади теләктәр шыршыһы” “Башҡортостан” дәүләт концерт залы менән берлектә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан тормошҡа ашырыла. Проекттың төп маҡсаттары һәм бурыстары – аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ижади хыялдарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү.
– Был - балаларҙың ижади хыялдарына арналған "Теләктәр шыршыһы" федераль акцияһының бер өлөшө. Ғаризаларҙы быйыл октябрҙә ҡабул итә башланыҡ, улар 100-ҙән ашыу. Бөгөнгә ҡайһы берҙәрен башҡарыу буйынса эш алып барыла. Беҙҙә ғаризалар 29 декабргә тиклем ҡабул ителә, ә февраль аҙағына тиклем башҡарыла. 28 февралдә был акцияны ябыу тантанаһы гала-концерт менән тамамланасаҡ, – тип уртаҡлашты Хәлил Хәмзин.
Фото: vk.com/erbashkortostan