Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, еңеп сыҡҡан конкурсанттар төбәк исеменән федераль кимәлдә сығыш яһаясаҡ. Сараны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамында Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлыҡ ойоштора. Конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
- Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡ уңышлы үҫешә: социаль эшҡыуарҙар һаны буйынса республика Рәсәйҙә икенсе урында тора. Төбәктә был тармаҡ үҫеше өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Быйыл 138 социаль эшҡыуар төрлө гранттар яуланы. Социаль йүнселлек үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ ала, дәүләткә социаль өлкәләге мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә, - тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Быйыл конкурсты ойоштороу комитеты социаль эшҡыуарҙарҙан һәм коммерцияға ҡарамаған секторҙан 61 ғариза алған. Конкурсанттарҙың проекттары көнүҙәклеге, социаль һөҙөмтәһе, иҡтисади һәм инновация ҡеүәте, шулай уҡ мәғлүмәт асыҡлығы йәһәтенән баһаланды, тип хәбәр итә республиканың Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
- Башҡортостан - социаль эшҡыуарлыҡ йәһәтенән лидер. 400-ҙән ашыу предприятие социаль эшҡыуарҙар реестрына ҡарай. Һәр эшҡыуарҙың социаль өлкә үҫешендәге өлөшө ҙур, - тине Социаль эшҡыуарлыҡ үҫеше үҙәге директоры Денис Богатов.
Мәҫәлән, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында шәхси эшҡыуар Вероника Чикарлеева – “Мәҙәниәт-мәғариф өлкәһендәге социаль эшҡыуарлыҡтың иң яҡшы проекты”, шәхси эшҡыуар Айгөл Щадрина “Өҫтәмә белем биреү һәм балаларҙы тәрбиәләү өлкәһендәге социаль эшҡыуарлыҡтың иң яҡшы проекты” номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Фото: pravitelstvorb.ru