Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙәренең балалары Яңы йылға бүләктәр аласаҡ. Республика Башлығы исеменән Мәғариф һәм фән министрлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына Яңы йыл бүләктәре әҙерләп, муниципалитеттарға ебәрҙе.
Һәр муниципалитетта бер үк көндә ошо категорияға ҡараған балалар өсөн Яңы йыл шыршыһы ойошторола. Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, бындай иртәлектәр 27 декабрҙә үтә.
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәғариф йүнәлеше буйынса ғына ла ун төрлө ярҙам сараһы ғәмәлгә ашырыла.
- Яңы йыл алдынан хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын Яңы йыл тамашаһы, уйындар, квестар, конкурстар көтә, унда Башҡортостан Башлығының Яңы йыл бүләге лә тапшырыласаҡ, - тип һөйләне Айбулат Хажин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәғариф тармағы буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ун төрлө ярҙам сараһы тормошҡа ашырыла: мәктәптәрҙә, колледждарҙа 5-11-се класс уҡыусыларын бушлай ашатыу, балалар баҡсаһына сиратһыҙ ҡабул итеү, балалар баҡсаһына түләүҙән азат итеү, колледжда уҡыуға сертификат, балаларҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу, бушлай өҫтәмә белем биреү ойошмаларында шөғөлләнеү, баланы икенсе мәктәпкә күсереү һәм башҡалар.
Фото: