Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Декабрь 2022, 16:00

"Оҙатыусыларға хәйерле юл!"

Бөгөн иртә менән Луганскиға дүрт техника юлланды.

"Оҙатыусыларға хәйерле юл!"
"Оҙатыусыларға хәйерле юл!"

Республика Хөкүмәте Премьер–министры урынбаҫары Ирек Сәғитов шәхси сәхифәһендә түбәндәге яңылыҡ менән бүлешкән.

“Бөгөн республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса сираттағы гуманитар конвой оҙатылды. Ул мобилизацияланғандар өсөн тәғәйенләнгән. Луганск Халыҡ Республикаһы йүнәлешенә дүрт берәмек техника сыҡты.

Гуманитар йөк составына экипировка, йылы кейем, генератор, мотопомпа, йылытыу пушкалары, бензобысҡылар, медицина йыйылмалары, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена саралары, эсәр һыу һәм башҡа тауарҙар ингән.

Ебәрелгән әйберҙәрҙең Берҙәм логистик үҙәктә формалашыуын хәтерегеҙгә төшөрәм. Бында беҙҙең хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән, хәрби частар командирҙарынан, хәрби комиссариаттарҙан бирелгән, әлеге ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында булған яҡташтарыбыҙға кәрәкле мөлкәткә ҡағылышлы бөтә ғаризалар ҙа ентекле өйрәнелә.

Яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә теләгән һәр граждан 280-89-92 һандары буйынса шылтыратып кәңәшләшә ала.

Яуаплы миссияны үтәүҙе - яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Был беҙҙең хәлебеҙҙән килә.

Гуманитар конвойҙы оҙатыусыларға хәйерле юл теләйем”, - тип яҙҙы Ирек Сәғитов.

Фотолар Ирек Сәғитовтың шәхси сәхифәһенән.

"Оҙатыусыларға хәйерле юл!"
"Оҙатыусыларға хәйерле юл!"
"Оҙатыусыларға хәйерле юл!"
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: