

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында республиканан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүе хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, өйҙә ҡалғандар ил мәнфәғәтен яҡларға киткән ир-егеттәрҙең туғандарына булышлыҡ ҡылырға бурыслы.
"Мин ярҙам итергә ныҡлы вәғәҙә бирҙем һәм был мәсьәлә менән шөғөлләнәм. Ир-егеттәр ғаиләләре янында булмағанға күрә, өйҙә ҡалғандар ҙа, властағылар ҙа уларҙың яҡындары тураһында хәстәрлекте үҙ өҫтөнә алырға тейеш, был дөрөҫ тә, ғәҙел дә. Уларҙы рәнйеттермәҫкә, ауыр хәлдәр килеп тыуһа, кисекмәҫтән ярҙам итергә. Әле беҙ ошо системаны яйға һалабыҙ. Был оҙаҡҡа иҫәпләнгән ҙур, эҙмә-эҙлекле эш булырға тейеш, сөнки махсус хәрби операция тамамланғансы ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрәсәкбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булғандар ҙа бар. Уларҙың ғаиләләренә үҙебеҙ күпме бар, шунса хәстәрлек күрербеҙ", – тине Радий Хәбиров.
Мобилизацияланғандарҙың ғаилә ағзаларына Яңы йыл айҡанлы бер тапҡыр бирелә торған 20 мең һумлыҡ ярҙамға килгәндә, был, республика етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан Хөкүмәтенән түгел, ә һуғышсыларҙың үҙҙәренән бүләк. "Ул аҡсаны беҙ балаларға ата-әсәләре исеменән бирәбеҙ. Ғәзиз кешеләре һуғышта булғанға күрә, үҙҙәре тапшыра алмай. Был аҡса атайҙарҙан, ағай-энеләрҙән, ирҙәрҙән Яңы йыл бүләге булып килеп сыға", – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Мәғлүмәт сығанағы: bashinform.ru/news/
Фото: vbr.ru