Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының II класы уҡыусыһы Фаягөл Йосопова “Ижади теләктәр шыршыһы” акцияһына “Ҡыш бабай класымды башҡорт киноһына саҡырһын ине” тигән хат яҙып ебәргән.
Баланың был хыялын Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһында тормошҡа ашырҙылар. Класс етәксеһе Рузана Нуриева менән II класс уҡыусылары матур экскурсияға барып ҡайтты.
“Ижади теләктәр шыршыһы” акцияһы “Башҡортостан” дәүләт концерт залы менән берлектә "Берҙәм Рәсәй" партияһы тарафынан ойошторолған. Маҡсаты – балаларҙың ижади хыялын тормошҡа ашырыу.
Билдәле режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова киностудия буйлап экскурсия үткәрҙе, балалар менән йәнле әңгәмә ҡорҙо. Мостай Кәримдең “Өс таған” әҫәре буйынса режиссер Айнур Асҡаров төшөргән фильм күрһәтелде.
“Ижади теләктәр шыршыһы” акцияһы сиктәрендә барыһы ике йөҙҙән ашыу хат ҡабул ителгән. “Башлыса кумир менән бергә йырлау йә осрашыу, хоккейға барыу, сәхнәлә сығыш яһау, театр йә музейға барыу кеүегерәк теләктәр булды. Февраль аҙағына тиклем балаларҙың хыялдары тормошҡа ашырыласаҡ”, – тине акцияны ойоштороусыларҙың береһе, проект координаторы Хәлил Хәмзин.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Гүзәл Бикмәтова.