+20 °С
Облачно


“Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашып, Мәләүез ҡыҙының хыялын тормошҡа ашырҙы. Етәксе һигеҙ йәшлек Верониканы видеобәйләнеш аша Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу аша бүләген – аудиоколонка тапшырҙы.
Вероника бүләк өсөн Анна Поповаға рәхмәт әйтте һәм киләсәктә теш табибы булырға теләүен һөйләне. Анна Юрьевна үҙ сиратында ҡыҙға табип булырға ярҙам итәсәген белдерҙе.
Фото:”Роспотребнадзор”.