

Башҡортостандан хәрби хәрәкәттәр зонаһында булған атайҙарҙың балалары Яңы йыл алдынан үҙенсәлекле бүләк алды. “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм социаль эшҡыуарҙар акцияға башланғыс һалды. Балаларҙы бер көнгә заманса балалар үҙәгенә саҡырҙылар. Уларға Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашҡан Яңы йыл сараһы, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, улар менән аниматорҙар шөғөлләнде. Балалар аттракционға ла барҙы.
Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова шәхсән үҙе уларға яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы. “Бөгөн балалар килде һәм бында тотош көн үткәрҙе, әкиәт донъяһына сумды. Тап улар айырым мөнәсәбәткә мохтаж. Һәр кемде ошондай башланғыстарға ҡушылырға саҡырам һәм бөтәһен дә етеп килгән байрам менән ҡотлайым”, - тине ул.
Был тәжрибәне башҡа төбәктәрҙә лә, айырым алғанда, Мәскәүҙә файҙаланмаҡсылар.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Мәскәү ҡала төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, төбәк башҡарма комитет етәксеһе Максим Рудневтың һүҙҙәренә ҡарағанда, партия менән эшҡыуарлыҡтың бына тигән форматы килеп сыҡҡан. Ошондай сараларҙы илдә йышыраҡ үткәрергә кәрәк.
Фото: "Берҙәм Рәсәй".