Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың 1 ғинуарынан Өфө ҡалаһының халыҡ мәшғүллеге үҙәге Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге итеп үҙгәртелә. Тәүге этапта был учреждение структураһына баш ҡала райондары буйынса ете филиал инә. 1 апрелдән уның составына Башҡортостандағы 10 район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәген индереү күҙаллана.
Яңы барлыҡҡа килгән Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең төп эшмәкәрлеге балаларға, үҫмерҙәргә һәм йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреүгә, эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүгә һәм республика инвестиция проекттарын кадрҙар менән тәьмин итеүгә ҡороласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, әле бөтә Рәсәйҙә мәшғүллек хеҙмәте яңыса эш башлай - заманса кадрҙар үҙәктәре асыла, хеҙмәт күрһәтеү форматы үҙгәрә. Мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәтенән онлайн файҙаланырға мөмкин. Киләһе йылдан төбәктәге мәшғүллек үҙәктәре "Рәсәйгә эш" порталы аша хеҙмәт күрһәтә.
Башҡортостанда ла мәшғүллек хеҙмәттәрендә өр-яңы сервистарҙы ғәмәлгә индереү йәһәтенән әүҙем эш бара. Әле республикала "Рәсәйгә эш" бренды аҫтында ике кадрҙар үҙәге эшләй. Улар Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта урынлашҡан. Тиҙҙән Нефтекамала кадрҙар үҙәгенең өсөнсө майҙансығын асыу ҡарала.
Фото: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news
Сығанаҡ: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news