Был тармаҡҡа бөгөн еңел түгел, сөнки һәр төрлө сирҙәрҙең бөтә донъяға ябырылыуы, уларҙы асыҡлау һәм дауалау өсөн ҡатмарлы ҡорамалдар талап ителеүе әле бер хәл, һаулыҡ һаҡлауҙа үҙ эшен ихлас яратҡан һәм хеҙмәт хаҡының ни саҡлы булыуына әллә ни иғтибар бирмәй хеҙмәт иткән энтузиастар кәрәк бит. Ә ундайҙарҙы аҙым һайын осратырмын тимә. Нисек йәшәй бөгөн Гиппократ антына тоғро белгестәр? Уларҙың һөнәри шөғөлө заман талаптарынан артта ҡалмаһын һәм яҡшыра барһын өсөн нимәләр эшләргә кәрәк? Тармаҡҡа ҡағылышлы ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап биреүен һорап, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат РӘХМӘТУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек.
– Айрат Рәзиф улы, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре – һәр саҡ йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә, сөнки улар беҙҙең сәләмәтлегебеҙгә һәм хатта ғүмеребеҙгә бәйле. Беҙҙең гәзит был темаға мәҡәләләрҙе даими биреп бара. 2021 йылдан илебеҙҙә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, “тәүге звеноны яңыртыу” программаһы башланғайны. Был эштән ниндәй һөҙөмтә алынды, уны башҡа төбәктәр һәм Рәсәйҙең уртаса кимәле менән нисек сағыштырырға мөмкин, артабанғы үҙгәрештәр нимәләрҙе күҙ уңында тота?
– “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһы халыҡтың беренсе медицина-санитария ярҙамын үҙ ваҡытында алыу мөмкинлеген киңәйтеүҙә һәм был эштең сифатын яҡшыртыуҙа төп ролде уйнай. Былтыр һаулыҡ һаҡлау тармағының ун объекты төҙөлдө һәм файҙаланыуға тапшырылды: Саҡмағош ауылындағы һәм Бөрө ҡалаһындағы поликлиникалар, һигеҙ капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты. Өфөләге 9-сы дауахананың поликлиникаһы, Иҫке Туймазы һәм Илеш районының Дөмәй ауылдарындағы ауыл табип амбулаторияларын төҙөүҙе тамамлау планлаштырылған. Авария хәлендәге 55 фельдшер-акушерлыҡ пункты модулле конструкцияларға алмаштырылды, 18 медицина ойошмаһында капиталь ремонт үткәрелде.
Ҡалаға медицина ярҙамы алыу өсөн йөрөргә алыҫ булған граждандар өсөн ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлөшө дауам итә. Яңыраҡ ҡына, мәҫәлән, Балтас районының Түбәнге Иванай ауылында ошондай объектты асыу буйынса тантаналы сара булды. Уны төҙөү мөмкинлеген дә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бирҙе. Был пункт ошо ауылда һәм Үрге Иванайҙа йәшәгән 517 кешене, шул иҫәптән 127 баланы хеҙмәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән. Бында медицина хеҙмәте өсөн уңайлы шарттар булдырылған: фельдшер кабинеты, сирлене ҡарау һәм процедура бүлмәләре, пациенттарҙың көтөп ултырыу урыны, санузел, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм дарыу һаҡлау өсөн бүлмәләр.
“Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы, дауалау учреждениелары ҡорамалдар менән тәьмин ителә бара. Күптән түгел, мәҫәлән, Благовещен үҙәк район дауаханаһында яңы “Fujifilm” эндоскопия комплексы урынлаштырылды һәм эшкә ҡушылды. Белгестәр баһалауынса, был яңы ҡорамал диагностиканың сифатын яҡшыртып ҡына ҡалмай, белгестәрҙең эшен дә еңеләйтә: ҡоролманың тикшереү һәләте юғары булыуы һәм экрандағы һүрәттең анығыраҡ күренеүе һөҙөмтәһендә табиптың күҙҙәренә көс аҙыраҡ төшә. Белгес тәғәйен урынды һүрәткә төшөрә ала, материалды шунда уҡ флеш-туплағысҡа күсерергә мөмкин. Был иһә диагноз ҡуйыуҙы ла тиҙләтә. Яңы эндоскопия ҡорамалы ярҙамында хәҙер ашҡаҙан, эсәк һәм үңәскә ҡарата тикшеренеүҙәрҙе дауахананың үҙендә үткәрә башланылар.
Бер нисә аҙна элек кенә Нуриман районына эш сәфәренә барҙыҡ. Унда район үҙәк дауаханаһының бөгөнгө хәле һәм яңы килтертелгән ҡорамалдарҙың нисек эшләүе менән таныштыҡ, сәфәр барышында дауахана хеҙмәткәрҙәренең күп кенә һорауҙарына ла яуап бирҙек.
Артабан райондың Красный Ключ ауылындағы амбулаторияны ремонтлау барышын ҡараныҡ, был эштәге проблемалар һәм реконструкцияның үҙенсәлектәре тураһында һөйләшеп килештек. Ә ошо уҡ райондағы Павловка ауылындағы амбулаторияны капиталь ремонтлау тамамланғайны ла инде, уны асыу тантанаһы үткәрелде. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу” программаһы буйынса яһалған был ремонт 11 миллион 915 мең һумға төштө. Яңыртылған бинала хәҙер ауыл халҡына уңайлы мөхиттә санитар нормала ҡаралған шарттарҙа медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге тыуҙы. Был дауалау учреждениеһына 3 890 кеше беркетелгән, шул иҫәптән – бер йәшкә тиклемге 23 сабый, 17 йәшкә саҡлы булған 842 бала, хаҡлы ялдағы өлкән йәштәгеләр генә лә бер меңдән ашыу. Тимәк, бындай учреждениеға мохтажлыҡ ҙур ғына. Амбулатория заманса медицина техникаһы менән тәьмин ителгән, ике миллион һумға мебель алынған, сирлеләрҙе дүрт табип – участка терапевы, участка педиатры, хирург, стоматолог – ҡабул итә. Бынан тыш ун урта медицина хеҙмәткәре эшләйәсәк. Терапевт янында – ике, педиатр, хирург һәм стоматолог янында берәр шәфҡәт туташы буласаҡ.
Ошо саралар авария хәлендәге биналарҙы кәметергә, инфраструктураны яҡшыртырға, хеҙмәткәрҙәрҙең генә түгел, ә беҙҙең медицина ойошмаларына килеүселәр өсөн дә уңайлы шарттар булдырырға ярҙам итте. Ошо программа нигеҙендә 2 990 ҡорамал килтертелде, был иһә диагностика тикшеренеүҙәрен дөрөҫ алып барыу һәм Дәүләт гарантиялары программаһында ҡаралған шарттарҙа башҡарыу форсаты бирә.
Шулай уҡ 90 берәмек автомобиль транспорты һатып алынды, уларҙы республиканың барлыҡ райондарына таратып бирҙек. Хәҙер сирлеләрҙе медицина ойошмаларына килтертеү һәм табиптарҙы төпкөлдәге ауылдарға алып барыу еңеләйә төштө.
2023 йылдан 2025 йылға саҡлы 351 модуль конструкцияһы алыу һәм урынлаштырыу планлаштырылған. Улар 286 фельдшер-акушерлыҡ пункттарына, дөйөм практикалағы 21 табип кабинетына, 41 ауыл табип амбулаторияһына һәм өс участка дауаханаһына ҡуйыласаҡ. Ошо уҡ осорға 11 объектты төҙөү һәм үҙгәртеп ҡороу ҡаралған: Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылындағы һәм Баймаҡ ҡалаһындағы поликлиникалар, Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡта ашығыс ярҙам станцияһы ла булған дауахананы төҙөү, Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә поликлиникаға реконструкция яһау, шулай уҡ 17 медицина ойошмаһында капиталь ремонт үткәреү. Бынан тыш байтаҡ һанда яңы ҡорамалдар килтертеү, автопаркты яңыртыуҙы дауам итеү ҙә планлаштырыла.
– Коронавирус таралыуы һәм уға ҡаршы көрәш буйынса бөгөнгө хәлде нисек баһаларға мөмкин? Аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ: был афәт көсәйәме, дауам итәме, әллә тамамланыуға табан барамы? Был эшмәкәрлек буйынса тәжрибә нимәләрҙе асыҡланы, киләсәктә йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәштә уның ниндәй үҙенсәлектәренең кәрәге тейеүе ихтимал?
– Бөгөн коронавирус инфекцияһына бәйле хәл тотороҡло. Әммә вирусты еңеү хаҡында һөйләргә иртәрәк әле. Көн һайын Covid-19 менән зарарланыуҙың ике йөҙҙән ашыу осрағы теркәлә. Аҙна һайын ошо күрһәткестең өҫкә табан тирбәлеүен күҙәтәбеҙ. Бындай сирлеләр өсөн стационарҙар әле лә асыҡ – улар, нигеҙҙә, беҙҙең яңы инфекцион госпиталдәр, бында күбеһенсә вакцина эшләтмәгән йәки вакцинаһына бер йылдан ашыу ваҡыт уҙып өлгөргән кешеләр дауаланырға һалына. Быйыл Сибай һәм Туймазы ҡалаларында инфекцион госпиталдәр эшләй башланы. Уларға коронавирус ҡына түгел, ә башҡа төрлө инфекция эләктергән кешеләр ҙә килтерелә.
Пандемия башланған мәлдәрҙә һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эш алгоритмы төҙөлгәйне, улар әле лә ҡулланыла. Ошо диагноз ҡуйылған сирлеләргә тест үткәреү һәм дауалау өсөн барыһы ла бар һәм етерлек күләмдә. Төрлө ойошмалар араһындағы хеҙмәт мөнәсәбәттәре яйға һалынған, медицина персоналы һәр төрлө ҡатмарлыҡтар тыуған хәлдә лә үҙен нисек тоторға, ниндәй алымдар ҡулланырға икәнен яҡшы белә. Һәр поликлиникала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы йоҡторған һәм юғары температуралы сирлеләр өсөн айырым инеү урыны булдырылған. Яңы учреждениеларҙы проектлағанда һәм төҙөгәндә лә ошо тәжрибәне онотмайбыҙ – йәғни, пациенттар ағымын бүлеү һәм ике яҡҡа йүнәлтеү мөмкинлеген ҡарайбыҙ.
– Ниндәй ҙә булһа медицина учреждениеһына заманса сит ил аппараты һатып алыуҙары тураһында йыш уҡыйбыҙ. Республика дауаханаларын һәм поликлиникаларын заманса ҡорамал менән йыһазландырыу әле ниндәй кимәлдә? Учреждениеларҙы ошо ҡорамалдарҙа эшләү өсөн кадрҙар менән үҙ ваҡытында тәьмин итеү, уларҙы өйрәтеү форсаты бармы? Республиканың яңы ҡорамалдарға мохтажлығы ниндәй дәрәжәлә?
– Башҡортостан Хөкүмәтенең һаулыҡ һаҡлау өлкәһен артабан үҫтереүгә арналған күптән түгелге ултырышта республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров: “Быға саҡлы тармаҡ өсөн бер ҡасан да әлегеләй ҙур суммалар бүленгәне юҡ ине”, – тине. Ысынлап та, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төбәк программалары нигеҙендә беҙҙең республикала медицина ойошмаларын диагностикалау һәм дауалау ҡорамалдары менән тәьмин итеү өсөн ҙур күләмдәге саралар тормошҡа ашырыла. Үткән йыл тәғәйенләнгәндәре ошолар:
l “Йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш” проекты буйынса 43 медицина ҡорамалы һатып алынды;
l “Яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәш” проекты буйынса 68 ҡорамал, шул иҫәптән ике ҡиммәтле ҡорамал – Республика онкология диспансеры өсөн линия тиҙләткесе һәм мультиспираль ҡуйылған компьютер томографы килтерелде;
l “Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм системалағы һанлы контур булдырыу” программаһына ярашлы, мәғлүмәт-коммуникация һәм уларҙың программа тәьминәте һатып алынды;
l “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһы буйынса ике берәмек ҡорамал урынлаштырылды.
Бөтә был һанап үтелгәндәрҙән тыш, Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды запасын файҙаланыу ҙа беҙгә медицина ҡорамалдары һатып алыу, шулай уҡ ауыр ҡорамалдарҙы ремонтлау форсаты бирә. Ҡорамалдарҙы һатып алыуға һәм килтертеүгә бәйле проблемалар юҡ, барыһы ла үҙ ваҡытында эшләнә. Был техника килтертелгәнсе үк медицина ойошмалары ошо ҡорамалдар өсөн кәрәкле урын һәм кадрҙар әҙерләй, ойошма хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар үткәрелә.
– Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө айҡанлы, Өфөләге Ашығыс ярҙам клиник дауаханаһы менән Раевка үҙәк район дауаханаһы Сәләмәтлек марафоны уҙғарғайны. Яҙыуҙарынса, инсульттар һаны арта бара. Ул нимәгә бәйле? Инсультты иҫкәртеү, ул була ҡалғанда көрәшеү өсөн халыҡҡа ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Башҡортостанда кардиология хеҙмәте ныҡ үҫешкән һәм уның эшмәкәрлеге юғары баһалана. 2021 йылда Республика кардиология диспансерында онлайн тәртибендә, йәғни тәүлек әйләнәһенә эшләгән Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефтәренә идара итеү үҙәге асылды. Ошо сирҙән яфаланған һәр пациент беҙҙең табиптар контролендә тора, медицина ярҙамының бөтә этаптары ла теркәлә, бындай этаптарҙың ҡайһыһылыр булмауы асыҡланғанда сигнал мәғлүмәте үҙ ваҡытында тейешле сара үткәреү мөмкинлеге бирә.
Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефтәренә идара итеү үҙәге ашығыс медицина ярҙамы бригадаларынан дистанцияла электрокардиограмма күрһәткестәрен ала. Ошо Үҙәккә йыл һайын ете меңдән ашыу электрокардиограмма тапшырыла, ә уның кардиологтары ситтән тороп табиптарға – йылына дүрт меңдән ашыу, ә сирлеләргә йыл һайын 1700-ҙән ашыу медицина күрһәтмәләре һәм кәңәштәре тапшыра.
Ҡан әйләнеше системаһы сирҙәрен иҫкәртеү өсөн, тәбиғи, сәләмәт туҡланырға, тейешенсә йоҡларға, насар ғәҙәттәрҙән баш тартырға, көн һайын йәйәү йөрөргә йәки спорт менән шөғөлләнергә, һаулығыңды контролдә тоторға, шул иҫәптән диспансерлаштырыу үтергә кәрәк. Был, шик тыуа ҡалғанда, кисекмәҫтән тикшерелергә һәм дауаланыуҙы үҙ ваҡытында башларға шарттар тыуҙыра.
– 2020 йылда ашығыс медицина ярҙамын үҙгәртеп ҡороу процесы башланғайны. Халыҡта был эш шик-шөбһә тыуҙырмай ҡалманы – ярҙамды тиҙ һәм сифатлы алыу ҡатмарлашмаҫмы? Был үҙгәреш тамамландымы, ул ниндәй һөҙөмтәләр бирҙе?
– Былтыр 1 ноябргә ҡарата ашығыс медицина ярҙамының муниципаль-ара бүлексәләрен ойоштороу барышында ошондай һигеҙ бүлексә ойошторолдо – Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Стәрлетамаҡта, Күмертауҙа, Бөрөлә, Дыуан районында, Белоретта һәм Сибайҙа. 1 декабрҙә Үҙәк бүлексә лә эшен башланы.
Бындай берләштереү һөҙөмтәһендә бөтә республика буйынса ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүҙә белгестәрҙең берҙәм эш алгоритмы булдырылды, республиканың һәр медицина округында берҙәм диспетчер хеҙмәте асылды, ашығыс медицина ярҙамы бригадаларының эшенә идара итеү күрһәткестәре яҡшырҙы, табиптар ярҙамының үҙ ваҡытында күрһәтелеүенә контроль көсәйҙе, шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамы күрһәткән учреждениелар араһындағы бәйләнеш яйға һалынды. Былтыр ашығыс, шул иҫәптән махсуслашҡан ашығыс медицина ярҙамының төп күрһәткестәренең яҡшыра барыуы күҙәтелде.
Төпкөлдәге ауылдар халҡының ғүмеренә хәүеф янаған осраҡтарҙа юғары технологиялы һәм квалификациялы ярҙам күрһәтеүҙе кисектермәй башҡара алыу маҡсатында санитар авиация ойошторолдо. Үткән йылда санитар авиация хеҙмәте медицина модуле урынлаштырылған АНСАТ вертолеттарында алыҫ төбәктәргә 184 тапҡыр осоп барып килде, 191 сирле эвакуацияланды. Үҙәктәрҙән алыҫ ятҡан ауылдар һәм бәләкәй ҡалалар халҡына медицина хеҙмәте күрһәтеү мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, ошо йылдың тәүге кварталы аҙағына саҡлы илдең 68 төбәгенә 300-гә яҡын күсмә медицина комплексы оҙатыласаҡ. Башҡортостанға 11 ошондай машина биреләсәк.
Әлбиттә, ауылдар ғына түгел, ҡалалар ҙа был эштә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Миҫалға Өфөләге 17-се балалар клиник дауаханаһына реабилитация тренажер-велоэргометры килтертелде. Уны “Һаулыҡты тергеҙеү өсөн оптималь булған медицина реабилитацияһы” федераль программаһы буйынса алдыҡ. Дауахана етәксеһе әйтеүенсә, аппаратты яңы эшләтә башлауҙарына ҡарамаҫтан, унда көнөнә һигеҙәр кеше һауығыу саралары үтә. Велоэргометр неврология сирҙәре, аяҡтар имгәнгәндә һәм хәрәкәт әүҙемлеге кәмегәндә, баш һөйәге һуғылғанда һәм ҡан әйләнешен дауалау кәрәк булғанда ла ҡулланыла аласаҡ.
– Был осраҡтарҙа медицина белгестәренең үҙҙәренең эш хаҡы һәм хеҙмәт шарттары иғтибарҙан ситтә ҡалмайҙыр, моғайын...
– Дөрөҫ, улар иғтибарҙан ситтә ҡалырға ла тейеш түгел. Йыл аҙағында Башҡортостанда профсоюз эксперттары булып китте, улар медицина өлкәһендә эшләгәндәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Президент грантын тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә икән.
Бер нисә көн барышында эксперттар Республика онкология диспансерында, Республика инфекция дауаханаһында, Республика ашығыс ярҙам станцияһында, Шишмә үҙәк район дауаханаһында һәм Өфөләге 5-се ҡала дауаханаһында булды. Уларҙың әйтеүенә ҡарағанда, илебеҙҙәге һаулыҡ һаҡлау тармағындағы киң таралған проблема – табиптарға өҫтәмә эш сәғәттәре өсөн түләү. Был пунктҡа улар айырыуса иғтибар бирҙе. Һәр медицина учреждениеһында баш табип һәм профсоюздарҙың тәүге ойошмаһы вәкилдәре менән осраштылар, хеҙмәткә түләүҙе камиллаштырыу һәм ковид шарттарында эшләгән өсөн түләү тәртибенең дөрөҫлөгөн раҫлаған документтарҙы ҡаранылар. Сәфәр һөҙөмтәһендә эксперттар сәләмәтлек учреждениелары етәкселегенә асыҡланған кәмселектәрҙе төҙәтеү буйынса кәңәштәр бирҙе. Етешһеҙлектәрҙең бөтөрөлөүе артабан да профсоюздарҙың контролендә буласаҡ.
– Һаулыҡ һаҡлауҙа һанлы технологиялар индереү әүҙемләшә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр табипҡа күренергә яҙылыуҙың элеккесә ҡатмарлы булыуына йыш зарлана...
– Сирлеләрҙең табипҡа күренер өсөн яҙылыуы республикала барлыҡ мөмкин булған ысулдар менән башҡарыла: пациент һаулыҡ һаҡлау ойошмаһына үҙе килгән мәлдә поликлиниканың регистратураһы ярҙамында, табип ҡабул иткән сәғәттә, учреждениелағы инфомат аша, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталы буйынса дистанциялы ысул менән һәм Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы Контакт-үҙәктәге түләүһеҙ 122 номеры аша.
Әлбиттә, һәр ойошманың эше уның тупһаһынан уҡ күренә тигәндәй, табипҡа яҙылыу үҙ ағымында ғына ҡалдырылырға тейеш түгел, был йүнәлештәге эш дауам итә. Беҙҙең республика табипҡа яҙылыуҙы ойоштороу буйынса федераль пилот проектында ҡатнаша. Уның маҡсаты – ошо яҙылыуҙы ҡулайлаштырыу һәм кадрҙар ресурсын рациональ файҙаланыу нигеҙендә тәүге медицина-санитар ярҙамының мөмкинлеген арттырыу. Табип араһындағы вазифа бурыстарын аныҡ айырырға, медицина белеме булмаған белгестәрҙе лә саҡырырға тәҡдим ителә.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН