

Башҡортостан Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында социаль әһәмиәтле дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү буйынса илдәге тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде.
Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры, федераль һәм төбәк кимәлендә һанлы трансформациялау мәсьәләләре өсөн яуап биргән Дмитрий Чернышенко 2022 йылға һығымталар яһағанда хәбәр итте.
- Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү буйынса эш республикала 2019 йылдан алып барыла. Бындай хеҙмәттәр исемлеге кәмендә 160 күрһәткесте үҙ эсенә ала. 2022 йыл аҙағына тиклем барлыҡ сараларҙы тамамлау маҡсатын ҡуйғайныҡ, уны тормошҡа ашырҙыҡ, - тип хәбәр итте республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Рәсәйҙә ҡабул ителгән положениеларға ярашлы, күпләп файҙаланылған социаль әһәмиәтле хеҙмәттәр тип йылына федераль хеҙмәттәр өсөн - 100 меңдән ашыу, төбәк һәм муниципаль хеҙмәттәр өсөн 40 меңдән ашыу ғариза килгән хеҙмәттәр атала.
Фото: sportkp.ru