Республикала етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һанының кәмеүе күҙәтелә.
Әле Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы 17 учреждениела 11 меңдән ашыу сабый йәшәй: 2021 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, 500-ҙән күберәк балаға аҙыраҡ. Бынан тыш, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән өлкәндәр һаны ла 47 процентҡа кәмегән (2022 йылда 227 булған, ә 2021 йылда – 428).
"Ғаиләләр менән эште дауам итәбеҙ, - ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Балаларҙың учреждениеларҙа түгел, ә ғаиләләрҙә йәшәүе, элеккесә, төп маҡсат. Республикала етем балалар өсөн 18 учреждение иҫәпләнә, уларҙың 17-һе беҙҙең ҡарамаҡта. Федераль “Юл картаһы”на ярашлы, субъекттарға барлыҡ ойошмаларҙың берҙәм ведомство ҡарамағында булыуы тураһында ҡарар ҡабул итергә әйтелгәйне. Шуға ла быйыл 1 ғинуарҙан Балалар йорто беҙҙең министрлыҡ ҡарамағына күсерелә", - тине Ленара Иванова.
Һәр ваҡыттағыса, Башҡортостан ғаиләләре Бөтә Рәсәй конкурстарынан еңеүҙәр менән ҡайта. 2022 йыл да уңыштары менән ҡыуандырҙы. “Ғаилә йылы-2022” Бөтә Рәсәй конкурсында “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында Тәтешле районынан Мулләхмәтовтар еңеү яуланы. Ә "Волга буйының уңышлы ғаиләһе-2022” конкурсында “Ижади ғаилә“ номинацияһында Мәләүез районынан Абдуллиндар еңеүгә лайыҡ булды.
Фото: vatandash.ru