Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Ғинуар 2023, 12:30

“Был йыл һынылышлы булды”

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе

“Был йыл һынылышлы булды”
“Был йыл һынылышлы булды”

Былтыр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ВЭБ.РФ һәм Стратегик башланғыстар агентлығы менән социаль үҙ-ара эш итеү буйынса мөһим проекттарҙы эшләй башланы. Беренсеһе менталь тайпылыштары булғандарҙы эш менән тәьмин итеүгә бәйле, икенсеһе инвалидтарға хеҙмәт урындарын тәҡдим итеү булды.

- Хәҙер төп мәсьәлә - инвесторҙарҙы табыу, - тип белдерҙе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. - Өҫтәүенә, инвестициялар ҡайтасаҡ! Инвалидлығы булған кешеләргә килгәндә, был йыл һынылышлы булды. Ғинуарҙан “Кәртәләрҙе емереп” форум-күргәҙмәһен ойоштороу тураһында уйлай башланыҡ, ноябрҙә ул үткәрелде. Республика Башлығы ҡушыуынса реабилитация ҡорамалдарын етештереү темаһын 2023 йылда ла Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән дауам итәсәкбеҙ. 2022 йыл буйы республикала Социаль һәм хеҙмәт интеграцияһы буйынса мультиүҙәк төҙөү идеяһы менән яндыҡ. Барыһы ла бар (БР Хөкүмәте кимәлендә ҡабул ителгән ҡарар, идеология, команда), тик әлегә бина юҡ.

“Уңайлы мөхит” дәүләт программаһы тураһында әйткәндә, 2022 йылда Башҡортостанда 20 өҫтөнлөклө проект, шул иҫәптән 12-һе – социаль яҡлау өлкәһендә, дүртәүһе – мәҙәниәт, берәүһе – спорт, өсәүһе һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тормошҡа ашырылды.

Белешмә өсөн. Былтыр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үткәргән иң ҙур сараларҙың береһе I Бөтә Рәсәй “Кәртәләрҙе емереп” форум-күргәҙмәһе булды. Беренсе тапҡыр форум ошондай масштабта үткәрелде, үҙ эсенә эшлекле программаны, күргәҙмәне, фестивалде һәм адаптив спортты алды. Техник реабилитациялау саралары күргәҙмәһенә Рәсәйҙең 12 төбәге үҙ продукцияһын ҡуйҙы.

Фото: rus.bashgazet.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: