Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Ғинуар 2023, 22:15

"Ун миллионға яҡын ата-әсәгә ярҙам күрһәтеләсәк"

Рәсәй Хөкүмәте балаларға һәм йөклө ҡатындарға берҙәм пособие тәғәйенләү һәм түләү тәртибен раҫланы.

"Ун миллионға яҡын ата-әсәгә ярҙам күрһәтеләсәк"
"Ун миллионға яҡын ата-әсәгә ярҙам күрһәтеләсәк"

2023 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә бала тыуыуға һәм тәрбиәләүгә бәйле берҙәм айлыҡ пособие индерелде. Уны тәғәйенләү һәм түләү тәртибе тураһындағы резолюцияға Хөкүмәт Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

"Бала тәрбиәләгән ун миллионға яҡын ата-әсәгә ярҙам күрһәтеләсәк", — тине Михаил Мишустин.

Яңы пособие мохтаж ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса ғәмәлдәге бер нисә сараны берләштерәсәк. Ул дауаханаға иртә (12 аҙнаға тиклем) теркәлгән йөклө ҡатындарҙы, 17 йәшкә ҡәҙәрге балаларҙың ата-әсәһенә түләүгә ҡағыла.

Түләү бер кешегә төбәктәге йәшәү минимумынан түбән килемле ғаиләләргә ихтыяжды комплекслы баһалау ярҙамында башҡарыласаҡ. Ғаиләләге хәлгә ҡарап, балалар пособиеһы күләме балалар өсөн минималь сумманың 50, 75 йәки 100 процентына етергә мөмкин һәм илдә айына уртаса ете меңдән 14 мең һумға тиклем етәсәк.

Йөклө ҡатындарға түләү күләме эшкә һәләтле граждандың төбәк йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 процентын тәшкил итәсәк һәм уртаса 7,8 меңдән 15,6 мең һумға тиклем етәсәк. Әле буласаҡ әсәләр ни бары 50 процентын ғына ала.

Бынан тыш, берҙәм пособие индереү арҡаһында өс йәшкә тиклемге балаларға түләү ҡағиҙәләре берләштерелә. Был, бала тыуыу тәртибенә ҡарамай, бөтә мохтаж ғаиләләргә лә ошондай түләүҙәр алырға мөмкинлек бирәсәк. Әлегә тиклем ошондай ярҙам сараһы беренсе балаға, ә ҡайһы бер төбәктәрҙә өсөнсө һәм артабанғы балаларға тәғәйенләнгәйне.

Ғаиләгә бер үк ваҡытта берҙәм пособие ла, бала табыу капиталынан түләү ҙә бирелә. Әлегә тиклем бындай түләүҙе икенсе балаға ғына биреп була ине.

Берҙәм льгота индереү күсеү осорон күҙ уңында тота. Ғаиләләр алдағы түләүҙәрҙе тәғәйенләү мөҙҙәтен аҙағына тиклем һаҡларға йәки яңы льготаға күсергә хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған өс йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләре сабыйға өс йәш тулғансы иҫке ҡағиҙәләр буйынса түләү алыу хоҡуғына эйә.

Рәсәйҙә берҙәм пособие индереү арҡаһында ишле ғаиләләргә әсәнең йөклөлөгөнөң башланғыс стадияһынан алып балаға 17 йәш тулғанға тиклем маҡсатлы комплекслы ярҙам төҙөләсәк.

Льготаны юллау өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталына, Күп функциялы үҙәккә, Пенсия һәм социаль страховкалау фондының (Рәсәй социаль фонды) филиалына шәхси мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Указдың тулы тексты менән ошо һылтанма аша инеп танышырға була: http://government.ru/docs/47368/

Фото: cherkessk.su

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: