Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Ғинуар 2023, 22:15

Кемдәр түләүҙәрҙән азат ителә?

Әбйәлил районында көнөнә 129 һумдан артырға тейеш түгел, ә Өфөлә...

Кемдәр түләүҙәрҙән азат ителә?
Кемдәр түләүҙәрҙән азат ителә?

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2023 йылда мәктәпкә тиклемге муниципаль мәғариф ойошмаларында балаларҙы ҡарау өсөн ата-әсәләрҙең максималь түләү хаҡы кимәле билдәләнгән. Документ Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәттәр интернет-порталында баҫылған.

Һәр муниципалитет өсөн мәктәпкә тиклемге мәғариф ойошмаларында балаларҙы ҡарау өсөн ата-әсәләрҙең максималь түләү кимәле билдәләнә. Шулай итеп, ул Әбйәлил районында көнөнә 129 һумдан артырға тейеш түгел, Өфөлә иһә был хаҡ – 170 һум, Стәрлетамаҡта – 163 һум.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығының хәбәр итеүенсә, ҡарар тарафынан билдәләнгән түләү хаҡының максималь кимәле мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында ата-әсәләр түләүе кимәлен муниципаль кимәлгә тигеҙләүҙе күҙалламай. Йыл һайын был хаҡ кимәле ҡулланыусылар хаҡы күләменә ҡарап билдәләнә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре иһә дәүләт һәм муниципаль балалар баҡсаларында балаларҙы ҡарау өсөн түләүҙәрҙән азат ителә.

Фото: tacon.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: