Интернеттың мөмкинлектәре шул тиклем ҙур: әллә кемдәр менән танышып, аралашып китәһең. Яңыраҡ бер ҡыҙ баланың уйынсыҡ биҙәүестәре менән ихлас, килештереп буянып ултырыуы тураһында видеояҙманы күреп, уның әсәһе Айгөл Ыласынова менән һөйләшеп киттек.
Ғаилә Хәйбулла районының Петропавловск ауылында йәшәй. Ике балалары бар: өлкән улдарына - 18, ә ҡыҙҙарына өс йәш.
Диана кинйәбикә булыуынан бик оҫта файҙалана – әсәһенең, ағаһының, өләсәһе менән ҡартатаһының наҙын тойоп, иркәләнеп кенә үҫә. “Балалар баҡсаһына йөрөймө, йыр-бейеүгә әүәҫме?” – тип ҡыҙыҡһынам.
– Эйе, әммә беҙҙә ундай түңәрәктәр юҡ, үҙенсә бейей инде. Балалар баҡсаһы ла төшкә тиклем генә эшләй, – тине ҡыҙҙың әсәһе.
Күренеп тора, бала һәләтле, әммә ауылдарҙа ошондай һәләтлеләрҙе үҫтереү өсөн шарттар булмауы беҙҙәге мәғариф өлкәһенең камиллашып бөтмәүе тураһында һөйләй. Шулай уҡ балалар баҡсаһының төшкә тиклем эшләүе лә, әлбиттә, ата-әсәләр өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Шуға ла бит ҡайһы бер ата-әсәләр, балаларын төрлө яҡлап үҫтерәбеҙ тип, ҡалаға күсеп китергә мәжбүр.
(Диана тураһындағы видеояҙманы гәзиттең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә ҡарай алаһығыҙ).
Фото һәм видеяҙма авторы: Айгөл Ыласынова.