Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Ғинуар 2023, 17:40

Проблема уңышлы хәл ителгән

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров түбәндәгеләр тураһында хәбәр итте.

Проблема уңышлы хәл ителгән
Проблема уңышлы хәл ителгән

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә 2022 йылда республика халҡын социаль яҡлау һәм хеҙмәт өлкәһендә алдан һөҙөмтәләр эшләнде.

- Үткән йылдың төп мәсьәләләре араһында хеҙмәт баҙарындағы булыу ихтималы күҙәтелгән көрсөклө хәлдәрҙе кисектереү ине. Был мәсьәләне уңышлы хәл иттек, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Бөгөн республикала Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы ысулдары буйынса рекордлы түбән эшһеҙлек – 2,8 процент. Был, Рәсәй (3,8 процент) һәм Волга буйы федераль округы (3,1 процент) менән сағыштырғанда, түбән.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры 2022 йылда Башҡортостандың хеҙмәт баҙарына булышлыҡ итеү өсөн өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа федераль аҡсаны йәлеп итеү буйынса – икенсе, сәнәғәт предприятиеларындағы эштән ебәрелеү хәүефе аҫтындағы хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу буйынса беренсе урын яулауы тураһында ла иҫкә төшөрҙө.

- Былтыр 1500-дән ашыу эш биреүсе 1,5 миллиард һумға яҡын күләмдә ярҙам алды. Был республикалағы 29 меңдән граждандың эш урынын һаҡлап ҡалырға, хеҙмәт урыны менән тәьмин итергә булышлыҡ итте, - тине Андрей Назаров. - 2023 йылда был маҡсатта 1,4 миллиард һум күләмендә федераль аҡса бүленеүе күҙаллана.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамованың билдәләүенсә, 2022 йылда ойошмаларға һәм уларҙың эштән ебәрелеү хәүефе аҫтындағы хеҙмәткәрҙәрен ваҡытында ҡабул ителгән ярҙам, шулай уҡ әүҙем мәшғүллектең әүҙем сәйәсәте сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә хеҙмәт баҙарындағы хәл тотороҡланып ҡына ҡалмаған, яҡшырған да.

Ауыр иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, республикала эш хаҡы күрһәткестәре ыңғай үҫештә.

- 2022 йылдың ғинуар – октябрендә бер хеҙмәткәрҙең эш хаҡы 46979,4 һум тәшкил итте. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, үҫеш 15,8 процент булды, - тине Лира Иғтисамова.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе - балалар именһеҙлеген иҫкәртеү. Былтыр етем балалар һаны дүрт процентҡа кәмегән. Рәсәй кимәленән (70 процент) түбәнерәк һәм 62 процент тәшкил итә.

- Үткән йылда эш хаҡы үҫеше күҙәтелде. Төп маҡсатыбыҙ – был йыл аҙағына эш хаҡы үҫешен 50 мең һумға тиклем тәьмин итеү, - тине Андрей Назаров.

Ул Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса мобилизациялау буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына Яңы йылға 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнгән аҡса бирелде, тип иҫкә төшөрҙө.

- 397,2 миллион һумлыҡ был түләүҙәрҙе 19 860 мең граждан алды. Беҙҙең маҡсатыбыҙ – мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә һәр йәһәттән ярҙам итеү, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru/news/19910/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: