Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
16 Ғинуар 2023, 17:45

“Аксаков шыршыһы-2023”

Балалар өсөн һоҡланғыс байрам ойошторола

“Аксаков шыршыһы-2023”
“Аксаков шыршыһы-2023”

Иртәгә, 17 ғинуарҙа, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йолаға әйләнгән Аксаков шыршыһы үтә. Байрамда һаулыҡ үҙенсәлектәре булған балалар, республика ҡалалары һәм райондарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ҡатнаша. Шыршыға алты йәштән алып 12 йәшкә тиклемге балалар саҡырылған.

Был көнгә бай программа әҙерләнгән: сағыу фотозоналар, аквагрим, фокустар оҫтаһы Макс Брайттың сығышы, театрҙың Грек залында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашыу. Ҙур тамаша залында ҡунаҡтарға “Щелкунчик” спектакле күрһәтеләсәк. Байрам аҙағында йәш ҡатнашыусыларға мәрхәмәтлелек ойошмаларының бүләктәре таратыласаҡ.

Белешмә. Һаулығы ҡаҡшаған балаларға, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙәге балаларға бағышланған Аксаков шыршыһы тәүге тапҡыр 2019 йылда үткәрелде. Шунан алып йыл һайын үткәрелеп килә. Байрам тик мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнеүселәрҙең ярҙамына таянып, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, "Бәхет биләмәһе" хәйриә фонды, Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте тарафынан ойошторола.

Һүрәттә: Аксаков шыршыһынан күренеш.

mintrud.bashkortostan.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: