Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Ғинуар 2023, 09:29

Балағыҙ менән дуҫ булығыҙ!

“Роскомнадзор” бәләкәстәр психикаһын һаҡлау эшен дауам итә.

investvlg.ru
Фото:investvlg.ru

2017 йылда интернетта “Зәңгәр кит” төркөмөн ойошторған Филипп Будейкинға ҡарата асылған енәйәт эшенән һуң да Рәсәйҙә балалар өсөн хәүефле төркөмдәр бер ҡайҙа ла юғалманы. Һуңғы арала үҫмерҙәр араһында “ролки” тигән әйбер – мессенджерҙарҙа роль уйындары популярлыҡ яулай башланы. Унда бала үҙенә персонаж уйлап таба һәм үҙен шул тип хис итеп, уға ҡушылған бурыстарҙы үтәй. Ниндәйҙер бер мәлдә башҡа уйынсылар аватарҙы түгел, ә уның үҙен хәүефле ҡылыҡҡа саҡыра тип уйлай башлауы ла ихтимал. Һөҙөмтәлә виртуаль уйын ысын фажиғәгә илтергә мөмкин. Илдә был ҡурҡыныс уйын менән нисек көрәшеүҙәре тураһында “Газета.Ru” баҫмаһы яҙып сыҡты.

2021 йылда Рәсәйҙә 753 баланың үҙенә ҡул һалыу осрағы теркәлгән. Был 2020 йылға ҡарағанда 37,4 процентҡа күберәк. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белованың докладынан күренеүенсә, һуңғы өс йылда Рәсәйҙә үҙен үлтерергә маташҡан үҫмерҙәр күбәйгән. Беренсел маташыуҙар һаны 13 процентҡа артҡан – 3253-тән 3675-кә тиклем. Икенсел ынтылыштар һаны ике тапҡырға тиерлек – 188-ҙән 362 осраҡҡаса күбәйгән. Уның һүҙҙәренсә, төп сәбәптәр – ғаиләлә үҙ-ара килешеп эш итеүҙең булмауы, ата-әсәләр менән бәхәстәр, психик ҡаҡшау, бәхетһеҙ мөхәббәт, тышҡы ҡиәфәткә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек, уҡыу менән проблемалар, интернеттағы хоҡуҡҡа ҡаршы мәғлүмәттең йоғонтоһо.

Суицидҡа дусар булған үҫмер­ҙәрҙең дә типик портреты үҙгәргән. Был мәсьәлә менән шөғөлләнгән эксперттар билдәләүенсә, хәҙер имен ғаиләләрҙәге балалар хәүеф төркөмөнә эләгә. Ни өсөн тигәндә, рәхәт шарттарҙа үҫкән тинейджерҙар йыш ҡына стресты еңә белмәй, сөнки киҫкен хәлдәр менән осрашырға өйрәнмәгән. Әгәр уларҙың ғаилә­ләрендә көсөргәнешле мөнәсәбәт урынлашһа (ата-әсәләр даими эшләй һәм баланы уйынсыҡтар йәки гаджеттар менән “алдаштырһа”), тимәк, төҙәтелмәҫлек ҡылыҡ хәүефе арта.

“Үҫмерҙәр – бөтә психологик һәм психиатрик етешһеҙлектәр өсөн хәүеф төркөмө, – ти “Грань.рф” психологик консультация сервисы психологы Анастасия Корнеева. – Нәҡ ошо көсһөҙ осорҙа йыш ҡына тәүге ауырыуҙары теркәлә. Бының сәбәбе – организмда киҫкен һәм глобаль үҙгәрештәр барлыҡҡа килә, ә балаларҙың үҙ кисерештәрен, тормош һынауын еңеп сығыу тәжрибәһе, оҫталығы булмай. Үҫмерҙәр көрсөгө ғәҙәти күренеш булһа ла, йыш ҡына уның күренештәре бөтә сиктәрҙән аша”.

Бала ата-әсәһенән яҡлау тапмаһа, ул быны ситтән эҙләй башлай һәм интернетҡа инә. Бында иһә хәүефле төркөмгә барып юлығыуы бар. Күптән түгел Калининград өлкәһендә мәктәп уҡыусылары – икәүһенә – 13-әр, берәүһенә 16 йәш була – үҙенә ҡул һала. Тәфтишселәр үҫмерҙәрҙең “ролкалар”ҙа иҫәптә тороуын асыҡлай.

Интернет селтәрендә күпме бындай төркөмдәр барҙыр, белгестәр әйтә алмай. Улар мессенджерҙарҙа, социаль селтәрҙә, видеохостигтарҙа һәм уйын чаттарында популяр. Тимәк, 2017 йылда ошондай төркөм администраторы Филипп Будейкинды колонияға ултыртҡас, хәүефле пабликтар ни бары яңы майҙансыҡтарға ғына күскән.

“Ролка”ларҙы көйләү ауыр. Беренсенән, бөтә чаттар ҙа ябыҡ, уның хужаһын асыҡлау мөмкин түгел. Программа ярҙамында төркөмдөң ниндәй телефонға теркәлгәнен белергә лә була, әммә артабан полиция хеҙмәткәрҙәре проблемаға осрай: интернет-платформалар хеҙмәттәшлек итергә теләмәй, ҡулланыусы мәғлүмәттәрен бирергә ашыҡмай. Икенсенән, мессенджерҙың техник ярҙамы хеҙмәткәрҙәренең “ролка”ны блокка ебәреү һорауына артыҡ иҫтәре китмәй, сөнки ҡурҡыныс саҡырыуҙар ҡулланыусыға түгел, ә уның персонажына йүнәлтелгән.

“Ойоштороусыларҙы табыуы ауыр, язаға тарттырып булмай тиерлек, – ти Мәскәүҙең “Кибер енәйәттәргә ҡаршы тороу үҙәге” төбәк-ара йәмәғәт берекмәһе етәксеһе Сергей Цурко. – Бынан тыш, закон буйынса эш итеү өсөн тап үҫмерҙең уйнауы кәрәк. Ә “ролка”ларҙа аватар уйнай һәм бурыстарҙы үтәй. Беҙҙә 180 ирекмән, ойоштороусыларҙы табабыҙ, ләкин күп кенә материалдарыбыҙ юҡҡа сыға, сөнки уйын аныҡ үҫмер менән түгел, ә ирекмән менән бара. Ләкин йыш ҡына Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә инәбеҙ, оператив экспериментҡа ҡағыҙ тултырабыҙ, һәм шул саҡта ул эш урынынан ҡуҙғала. Беҙҙең иҫәптә бер нисә тотолған кеше бар ҙа инде”.

Үҫмерҙәр көрсөк ваҡытында тиҙ бирешә. Ошо мәлдә уларҙың күңелдәренә теләһә нимә һеңдерергә мөмкин. Тотороҡһоҙ психикалы баланың “ролка”ла йәки оҡшаш чаттарҙа ултырмауы ла мөмкин: уға социаль селтәрҙә башҡа үҫмерҙәрҙең дә проблемалары булыуын, ләкин уларҙы хәл итә алмауын уҡыу ҙа етә.

Былтыр Зеленоградтан 17 йәшлек ҡыҙ ҡыйыҡтан һикереп һәләк була. Ул быны интернетта тура эфирҙа күрһәтә.

– Социаль селтәрҙәрҙә бындай характерҙағы материалдарҙың күп булыуы – үҙе үк ҡурҡыныс ғәмәл, – ти психолог Анастасия Корнеева.

Рәсәйҙә балаларҙың ғүмеренә, психикаһына янаған бындай материалдар өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эшләйҙәр. 2017 йылда “Роскомнадзор” интернетта суицидаль контент эҙләгән мониторинг хеҙмәтен ғәмәлгә индерҙе.

Дүрт йылда регулятор 493 мең ҡағиҙә боҙоу осрағын асыҡлаған: 402 меңен мониторинг хеҙмәте тапҡан, йәнә 91 меңен ҡулланыусыларҙың мөрәжәғәттәре арҡаһында асыҡлаған.

2017 йылда ҡануниәткә “үлем төркөмдәре тураһында закон” тип аталған төҙәтмәләр индерелде. Бындай берләшмәләрҙе булдырған өсөн енәйәт яуаплылығы көсәйтелде, ә Енәйәт кодексын яңы статьялар менән тулыландырҙылар.

Хәҙерге балаларҙы йәмғиәттә йәшәргә өйрәтеү процесы йышыраҡ интернетта бара. Бында улар үҙенә дуҫтар таба һәм төрлө компанияларға эләгә. Был осраҡта ата-әсәләр һәм йәмғиәт – уҡытыусылар, психологтар, тренерҙар нимә эшләй ала? Философия фәндәре докторы, психология фәндәре кандидаты Дмитрий Рассохин һүҙҙәренсә, балалар менән дуҫтарса, әрләшмәйенсә һәм ғәйепләмәй һөйләшергә, яуаптарын тыңларға кәрәк.

“Балаға теләгәнен әйтергә рөхсәт итегеҙ, – ти Дмитрий Рассохин. – Бы­ны эшләп, уның ниндәй ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырышҡанын асыҡ­ларға кәрәк. Балаға ҡарата мөнәсә­бәтегеҙҙе үҙгәртегеҙ: уға аҙ ваҡыт бүлһәгеҙ – күберәк бүлегеҙ, әрләһәләр – туҡтатығыҙ, контролдә тотмаһағыҙ – йомшаҡ контроль индерегеҙ. Балағыҙға тормош ауырлыҡтарын уңышлы еңеп сығыу өлгөләрен күрһәтегеҙ. Уның һаулығына иғтибар­лы булығыҙ, белгестәргә мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ. Киләсәккә бер­лектәге перспективалы һәм ҡыҙыҡлы пландар төҙөгөҙ: ял итеүгә, һатып алыуға, уҡыу йортона инеүгә пландар”.

Дәүләткә бәлиғ булмағандар араһында суицидты иҫкәртеү буйынса алымдарҙы камиллаштырыу мөһим, тип иҫәпләй эксперттар. Әле лә “Роскомнадзор” балаларҙы деструктив контенттан һаҡлау өсөн ҙур эш алып бара. Регулятор көн һайын социаль селтәрҙә хәүефле берләшмәләрҙе күҙәтә һәм яба, ләкин бындай төркөмдәр күбәйә, уларҙы асыҡлау ҡатмарлыраҡ була бара.

– “Зәңгәр кит” тибындағы берекмә­ләрҙең барлыҡҡа килеүенә контролде көсәйтеү, ошондай хәрәкәттәргә юл ҡуймау һәм уларҙы ойоштороу­сыларға ҡаты санкциялар ҡулланыу мөһим, – ти Анастасия Корнеева.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: