Социаль мәсьәлә
17 Ғинуар 2023, 12:15

Кемдәр транспортта бушлай йөрөй ала?

Республикала ата-әсә ҡарауынан мәхрүм етемдәр һәм балалар һаны 11082-гә етә, шуларҙың 5830-ы дөйөм белем биреү ойошмаларында һәм колледждарҙа уҡый.

Кемдәр транспортта бушлай йөрөй ала?Кемдәр транспортта бушлай йөрөй ала?
Кемдәр транспортта бушлай йөрөй ала?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән Хөкүмәт ултырышында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етемдәрҙе һәм балаларҙы транспортта бушлай йөрөтөү менән тәьмин итеү тәртибе тураһындағы мәсьәлә ҡаралды.

– Республикала 11 меңдән ашыу бала тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә һәм социаль учреждениеларҙа йәшәй. Улар айырым яҡлауға һәм ярҙамға мохтаж. Былтыр  тәрбиәгә алған ғаиләләргә һәм етем балаларға өҫтәмә ярҙам саралары ҡабул ителде. Был маҡсатта ике миллиард һумдан ашыу күләмдә аҡса ҡаралған, - тип хәбәр итте Андрей Назаров.

Аҙаҡ ул етем балаларҙың торлағына ремонт үткәреүгә тотонолған сығымдарҙың сикке күләменең 50 мең һумдан 150 мең һумға арттырылыуы, торлаҡ алыуға хоҡуҡтары булған етем балаларға торлаҡ сертификаты булдырылыуы хаҡында әйтеп үтте. Тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә балаларҙы ҡарауға бирелгән пособиеларҙың 10 процентҡа арттырылыуы, уртаса 7,5 мең һумдан 9,5 мең һумға еткерелеүе, йыл һайын өс меңгә яҡын студенттың транспортта бушлай йөрөү хоҡуғына эйә булыуы билдәле.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова льготаға эйә булған, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һәм етемдәрҙе транспортта  бушлай йөрөтөү тәртибен  тәьмин итеү буйынса Хөкүмәт ултырышында сығыш яһаны.

– Республикала ата-әсә ҡарауынан мәхрүм етемдәр һәм балалар һаны 11082-гә етә, шуларҙың 5830-ы дөйөм белем биреү ойошмаларында  һәм  колледждарҙа уҡый, – тине министр. – Улар юлда социаль транспорт картаһын ҡуллана. Хәҙер ул ҡулланыу өсөн уңайлы, аҡса һәр йөрөү өсөн түләнә (элек  түләү планлаштырылған йөрөү буйынса ине).

Ултырыш һөҙөмтәһе буйынса мәктәптә уҡыған, 18 йәште уҙған етем балаларҙың транспортта бушлай йөрөй алыу хоҡуғы, социаль транспорт карталарының срогы һәм механизмы, уларҙың ғәмәлдән сығарылыу мөмкинлеге менән тулыландырылған тәҡдим ителгән документ проекты ҡабул ителде.

Фото: https://pravitelstvorb.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас