Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Ғинуар 2023, 17:20

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары бушлай продукция ала

Был хаҡта БР Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары бушлай продукция ала
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары бушлай продукция ала

Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары бушлай “Һөт кухняһы” продукцияһын ала. Был хаҡта БР Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Унда йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы, әсәләрҙе, шулай уҡ өс йәшкә тиклемге балаларҙы яҡшы туҡланыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.

Министрҙар кабинеты башлығы билдәләүенсә, 2019 йылдан “Һөт кухняһы” етештереү-сауҙа селтәре аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән өс йәшкә тиклемге ауырлы ҡатындарҙы, шулай уҡ опекаға алынған балаларҙы махсус һөт ризыҡтары һәм ҡоро ҡатнашмалар менән бушлай тәьмин итә.

– Бөгөн беҙҙә ете һөт кухняһы производствоһы, 136 һөт продукцияһы һәм ҡоро ҡатнашмалар таратыу пункты эшләй, – тип билдәләне Андрей Назаров.

БР “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһы мобиль ҡушымта әҙерләнгән һәм эшләй башланы, уның ярҙамында сығарылған продукттар, һатыу пункттары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Ҡушымта шулай уҡ тейешле продукцияны онлайн түләп һатып алырға, ә иң мөһиме – бушлай туҡланыуға документтарҙы электрон формала тапшырырға мөмкинлек бирә. 2021 йылдан “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктәр аша ла бушлай туҡланыуға документтар ҡабул ителә.

Былтыр “Һөт кухняһы” продукцияһы менән тәьмин итеүгә 595 миллион һум самаһы йүнәлтелгән, тип билдәләне Хөкүмәт етәксеһе.

- Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына был категориялағы халыҡты махсус аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе беркеттеләр. Былтыр ошо маҡсатҡа 1,3 миллион һум йүнәлтелгән, - тип билдәләне Андрей Назаров.

Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев йөклө ҡатындарҙы, әсәләрҙе, шулай уҡ өс йәшкә тиклемге балаларҙы сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итеү тураһында ентеклерәк һөйләне.

- 2022 йылда БР “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһынан 34222 кеше бушлай туҡланған, – тип хәбәр итте Алексей Гусев.

2022 йылда бушлай туҡланыуға хоҡуҡлы граждандар исемлегенә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандарҙың ғаилә ағзалары өҫтәлде. Һөт продукцияһын алыуға хоҡуҡ, шул иҫәптән, бирелгән:

- мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарҙың, хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән граждандарҙың, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә ирекле булышлыҡ итеү тураһында контракт төҙөгән граждандарҙың ҡатындары булып торған йөклө ҡатын-ҡыҙҙар (мөрәжәғәт итеүҙән алып бала тыуғанға тиклем), имеҙеүсе әсәләр (мөрәжәғәт итеүҙән алып алты айға тиклем).

- мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарҙың, хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән граждандарҙың, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә ирекле булышлыҡ итеү тураһында контракт төҙөгән граждандарҙың балалары (өс йәшкә тиклем).

Алексей Гусев һүҙҙәренсә, 2022 йылда 450 ғаилә бушлай һөт ризығы һәм ҡоро ҡатышмалар алған уларҙан - 405-е өс йәшкәсә балалар, 32-һе йөклө ҡатын-ҡыҙҙар, 13-ө имеҙеүсе әсәләр.

Доклад йомғаҡтары буйынса Андрей Назаров Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына йөклө ҡатындарҙы, әсәләрҙе, шулай уҡ өс йәшкә тиклемге балаларҙы тейешле ғаризаларҙы һәм документтарҙы ҡарау ваҡытын - 15 эш көнөнә тиклем һәм 10 эш көнөнә тиклем ҡатнашыусы граждандарҙың ғаилә ағзаларын тәьмин итеү тәртибенә үҙгәрештәр индерергә ҡушты.

Яҙма: pravitelstvorb.ru/news/19947/

Фото: //resbash.ru/news/obshchestvo/2020-11-05/molochnaya-kuhnya-otkroet-v-ufe-novyy-firmennyy-punkt-1590135

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: