Социаль мәсьәлә
17 Ғинуар 2023, 04:21

Медицинаны һанлаштырыу – заман талабы

Аҡъяр дауаханаһы әүҙем үҫешә.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Һуңғы ваҡытта республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡарата бермә-бер иғтибар арта, район дауаханаларына заманса медицина ҡорамалдары, “Ашығыс ярҙам” машиналары ҡайтарыла, модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә. Быларҙың барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлауға, уларға тейешле һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡайтып ҡала.

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат РЫҪҠУЖИН менән райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә байҡау яһаныҡ.

 

– Илшат Тимерйән улы, үҙегеҙ менән бер аҙ таныштырып үтһәгеҙ ине?

– Сығышым менән Баймаҡ ҡалаһы­нанмын, 2008 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, хеҙмәт юлымды тыуған яғымда башланым. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында анестезиолог, артабан анестезиология-реаниматология бүлеге етәксеһе булдым. 2019 йылдан Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында баш табип вазифаһына тәғәйенләндем һәм ошоғаса был йөктө тартам. Сит район булһа ла, эшләп китеүе, коллективҡа өйрәнеүе ауырлыҡ тыуҙырманы. Дөйөм эш, дөйөм проблемалар бар коллективты бергә тупланы, ә инде ковид-19 пандемияһы башланыу менән һәр беребеҙ өсөн яуаплылыҡ икеләтә артты.

 

– Райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә килгәндә...

– Бөгөн беҙҙең коллективта 250-нән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына төрлө дауалау бүлектәре ҡарай – поликлиника эшләй, 101 урынлыҡ стационар, 75 урынлыҡ көндөҙгө бүлек һәм 10 урынлыҡ паллиатив бүлек бар. Районда биш табип­лыҡ амбулаторияһы, бөтәһе 46 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын ауылдарҙа өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла. Әле күптән түгел генә Мәмбәт ауылында шундай учреждение астыҡ, шулай уҡ Бүребай ауылындағы табиплыҡ амбулаторияһы капиталь ремонттан һуң өр-яңы төҫ алды. Бында тулыһынса ҡыйыҡты, тәҙрәләрҙе яңыла­рына алмаштырыуҙан алып йылытыу, һыу үткәреү, елләтеү кеүек инженер селтәрҙәрен алмаштырыу, биләмә янына асфальт түшәүгә тиклем барлыҡ эштәр атҡарылды. Медицина учреж­дениеһы тотошлай яңырҙы. Шулай уҡ өр-яңы йыһаз һәм медицина ҡорамал­дары һатып алынды. Был эштәрҙең барыһын да “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте социаль проект сиктәрендә башҡарҙы, уларға ҙур рәхмәт. Капиталь ремонтҡа 20 миллион, ә медицина аппараттары һәм мебель өсөн 3 миллион 600 мең һум аҡса бүлделәр.

Киләһе йылда районда йәнә ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу планлаштырыла, улар Бәләкәй Арыҫланғол һәм Баҡал ауылдарында төҙөләсәк.

 

– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, районда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ниндәй эштәр башҡарыла?

– Ғәйәт ҙур эштәр тип әйтер инем. Тап ошо “Һаулыҡ һаҡлау” милли про­екты­ның “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы, ауыл­дарҙа модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды, “Ашығыс ярҙам” машиналары алдыҡ. Шулай уҡ дауаханаға УЗИ, флюорограф, һанлы рентген ҡорамалдары ҡайтарылды, аҡрынлап дауахана заманса талаптарға яраҡлаштырыла бара.

 

– Ниндәй генә заманса медицина ҡорамалдары булмаһын, улар менән эшләрлек табиптар ҙа кәрәк бит әле. Был тәңгәлдә хәлдәр нисек? Төбәккә йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү йәһәтенән ниндәй маҡсатлы эш алып барыла?

– Тулыһынса килешәм. Ысынлап та, бөгөн беҙгә тар йүнәлешле белгестәр кәрәк – хирург, невролог, онколог, анестезиолог һәм башҡалар. Быйыл беҙгә өс йәш табип эшкә килде, уларҙың береһе йүнәлтмә буйынса белем алған, икәүһе – күрше өлкәләрҙән.

Кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәлә­һенә килгәндә, беҙҙә табиптар штаты 91,4 процентҡа, урта медицина хеҙ­мәт­кәрҙәре – 93,1 процентҡа, фельдшерҙар 87 процентҡа тулыланған. Әлегә төп проблема булып ауылдарға йәш фельд­шерҙарҙы эшкә йәлеп итеү тора, сөнки яңы асылған фельдшер-акушерлыҡ пункттарында күбеһенсә хаҡлы ялға сыҡҡан белгестәр эшләргә мәжбүр, уларға алмашсы юҡ. Был йәһәттән район етәкселеге менән берлектә эш алып барабыҙ.

Әйткәндәй, район хакимиәте менән бергәләшеп медицина буйынса юғары уҡыу йорттары, колледждары менән ныҡлы бәйләнеш булдырылған. Өфө дәүләт медицина университетында белем алған Хәйбулла районы студенттары, Сибай, Өфө, Гай медицина училищеларындағы ҡыҙ һәм егеттәр менән даими осрашыуҙар үткәрәбеҙ, уларҙы үҙебеҙгә эшкә саҡырабыҙ.

Беҙгә эшкә килеүселәр өсөн өс йү­нәлештәге ярҙам булдырылған. Тәүгеһе федераль һәм республикалағы “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” дәүләт программалары булһа, икенсеһе – муниципаль кимәлдәге программа. “2021 – 2026 йылдарҙа Хәйбулла районы муниципаль районында йәштәр сәйәсәтен үҫтереү” муниципаль программаһы эш­ләй, уның сиктәрендә “Йәш белгестәрҙе йәлеп итеү” программаһы булдырылған. Уны тормошҡа ашырыу барышында 2019 йылдан алып һаулыҡ өлкәһенең 11 йәш белгесе (һигеҙ табип, өс фельдшер) 1,9 миллион һумлыҡ дөйөм сум­маға матди ярҙам алған. Һәм өсөнсөһө – үҙебеҙ йәш белгестәргә бер тапҡыр түләнә торған 15–20 мең һум аҡсалата ярҙам бирәбеҙ. Шулай уҡ ер участкаһы, йорт төҙөү өсөн ссуда бүлеү ҡаралған, биш йылдан һуң уны кадастр хаҡынан 10 процентҡа һатып алырға мөмкин. Баланы мәктәпкә, балалар баҡсаһына урынлаштырыу буйынса ла проблемалар юҡ, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ, тик беҙгә эшкә ҡайтһындар ғына. Эш хаҡы ла насар түгел.

Форсаттан файҙаланып, юғары һәм урта медицина уҡыу йорттарында белем алған район студенттарын, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән дә медицина белгес­тәрен үҙебеҙгә эшкә саҡырабыҙ. Сағыш­тырыу өсөн шуны әйтергә мөмкин: 2020 йылда районға 11 йәш табип, 2021 йылда – биш, былтыр иһә өс кеше эшкә ҡайтҡан.

 

– Билдәле булыуынса, былтыр Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр райондары Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы базаһында берҙәм диспетчер пунктына берләште. Был тәңгәлдә ра­йонда “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте нисек эшләй? Райондан ситтә ятҡан ауылдарға машиналар барып етәме?

– Әгәр ҙә ошоға тиклем Хәйбулла районында “Ашығыс ярҙам” бригадалары Аҡъяр һәм Бүребай ауылдарында булһа, берҙәм диспетчер пунктына берләшеү Йәнтеш ауылында өҫтәмә рәүештә яңы бригада асырға мөмкинлек бирҙе. Хәҙер беҙ урман төбәгенә ҡараған ауылдарҙы тәүлек әйләнәһенә эшләгән бригада менән нығыта алдыҡ. Бөгөн райондың ниндәй ауылынан ярҙам һорап шылтыратыу булһа, “Ашығыс ярҙам” машиналары шунда уҡ улар янына ашыға. Бер ниндәй өҙөклөктәр юҡ, берҙәм диспетчер хеҙмәте ГЛОНАСС аша уларҙың маршрутын билдәләй.

 

– Һуңғы йылдар аҡ халатлылар өсөн ауыр булды. Пандемия медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә, сирлеләргә лә оло һынау ҡуйҙы. Һәр кем үҙ сәләмәтлеге өсөн яуап бирергә, һаулығына ҡарата битараф булмауҙы ла иҫкәртте. Яңы йылда кешеләргә ниндәй теләктәрегеҙ бар, ниндәй пландар, бурыстар ҡуяһығыҙ?

– Иң мөһиме – барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ! Яңы йылда сирлә­мәйек, табиптарға аҙыраҡ мөрәжәғәт итергә тура килһен. Мин шуны әйтер инем: һәр кемдең һаулығы – үҙ ҡулында. Һаулыҡ һаҡлау табиптарҙан ғына түгел, кешенең үҙенән дә тора. Ваҡытында белгескә күренеү, диспансерлаштырыу үтеү һәм башҡалар. Сирҙе дауалауға ҡарағанда уны иҫкәртеү күпкә яҡшыраҡ икәнен онотмаһалар ине. Күп йылдар медицина тикшереүе үтмәгән кешеләр осрай, аҙаҡ сир асыҡлана, әммә ул аҙып киткән була.

Ә пландарға килгәндә, уларҙың барыһы ла райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яҡшыртыуға, сирлеләрҙе сифатлы дауалауға ҡайтып ҡала. Шулай уҡ медицинаны һанлаштырыу – заман талабы, ошо йүнәлештә быйыл да эште дауам итәсәкбеҙ. Бөгөн һәр табип, фельдшер йә иһә шәфҡәт туташы – барыһы ла интернетта эшләй белергә, кәрәк икән, электрон документ тултырырға, телемедицина ҡулланырға, сирлене дистанцияла ҡабул итергә әҙер булырға тейеш. Һәм ҡайһы бер осраҡта кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн бер минуттың да шул тиклем ҙур әһәмиәткә эйә икәнен оноторға ярамай.

Быйыл шулай уҡ дауаханаға һанлы маммограф аппараты һәм башҡа кәрәкле медицина ҡорамалдары алыу планлаштырыла.

 

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Яңы йылда яңы уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар – күп, ә һәр беребеҙ һау-сәләмәт булайыҡ!

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас