

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Тәтешле районында булды. Ул социаль селтәрҙә реабилитация үҙәгендә булыуы тураһында яҙған һәм тәьҫораттары менән бүлешкән.
“Был баҫалҡы ҡыҙҙың исеме Айгөл Солтанйәрова. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалын тамамлағандан һуң ул тыуған Тәтешле районына ҡайта һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәгендә логопед-уҡытыусы булып эш башлай.
Айгөл һәм уның хеҙмәттәштәре балаларға тормошта кәрәкле булған күнекмәләрҙе үҙләштерергә ярҙам итә, йыш ҡына сәләмәтлектәре арҡаһында тәүҙә мөмкин булмаҫтай тойолған иң ябай эштәрҙе башҡарырға, яраҡлашырға һәм ҙур тормош юлында үҙҙәрен тбырға өйрәтә.
Һеҙҙең еңел булмаған һәм мөһим хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт!” - тип яҙҙы ул.
Фото: VK.com