Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүселәр көндән-көн арта. Мәҫәлән, Ейәнсура районы халҡы һалдаттар өсөн дәррәү генә кәрәкле әйберҙәрҙе (бейәләй, ойоҡбаш, ҡурылған ит, тоҙланған ҡыяр һәм помидор, сәксәк, ҡайнатма) туплаған. Шуныһы, Сәғит һәм Байыш ауылдары кешеләре 100 меңгә яҡын аҡса йыйып тапшырған. Үҙ сиратында, ошо аҡсаға кәрәк-яраҡтар алынған.
Ейәнсура районындағы “Бөркөт” хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Батыр Күсербаев әйтеүенсә, олоһо ла, кесеһе лә акцияға әүҙем ҡушылған, һәр кем үҙ өлөшөн индереп ҡалырға тырышҡан. Әйткәндәй, Батыр Күсербаев гуманитар ярҙамды шәхсән үҙе алып киткән.
Фото: “Зианчуринские зори” гәзите.