Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
19 Ғинуар 2023, 21:00

Танкист егет Фатиманы эҙләй

Махсус хәрби операция зонаһындағы яугир ҡыҙға нимә әйтергә теләй?

Танкист егет Фатиманы эҙләй
Танкист егет Фатиманы эҙләй

Силәбенән танкист был йылы һәм ҙур оҫталыҡ менән бәйләнгән свитерҙы гуманитар ярҙам һалынған посылканан тапҡан. Кейемдең эсенә йылы һүҙҙәр яҙылған хат та һалынған булған.

Асыҡланыуынса, ҡыҙ свитерҙы әсәһе менән бергә бәйләгән. Яугир әйтеүенсә, ул шул ҡәҙәр йылы, матур, үлсәме буйынса ла тап килә. "Уны кейгәндә күңел йылыһын тоям", ти.

Ошо ҡыҙҙы табып, ысын күңелдән рәхмәт әйтәһе ине, ти танкист. Хөрмәтле дуҫтар, уға Фатиманы табырға ярҙам итәйек әле!

Видео: https://vk.com/ura_ru

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: