Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Ғинуар 2023, 13:30

Дауаханала... матурлыҡ салоны

Ҡайһы бер балалар дауаханаларҙа айҙар буйы дауалана, ҡайһы саҡта әсәләре менән бергә ятырға тура килә...

Дауаханала... матурлыҡ салоны
Дауаханала... матурлыҡ салоны

Республика балалар клиник дауаханаһында әсәләр һәм балалар өсөн матурлыҡ бүлмәһе эшләй башланы. Проектты Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы гранты ярҙамында “Изгелек парикмахерҙары” йәмәғәт хәрәкәте әүҙемселәре тормошҡа ашыра.  Хеҙмәттәр бушлай башҡарыла.

–Ҡайһы бер балалар дауаханаларҙа айҙар буйы дауалана, ҡайһы саҡта әсәләре менән бергә яталар. Үҙеңде тәртипкә килтереү – гигиена талабы, һәр кемгә лә кәрәкле ғәмәл.  Шуға күрә ҡала башлығы гранты ярҙамында һәм стилист Татьяна Овсянникованың дәрте һәм тырышлығы менән башланған проектты хупламау мөмкин түгел. Шуныһы ҡыҙыҡлы, бөтә эште ирекмән-парикмахерҙар башҡарасаҡ, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

“Изгелек парикмахерҙары” ойошмаһы етәксеһе уйынса, ошонда уҡ сәс ҡырҡыу, прическалар эшләү оҫталығына ирекмәндәрҙе һәм әсәләрҙе лә өйрәтәсәктәр.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: