Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Ғинуар 2023, 13:15

Бәләкәстәргә йәнә бер тәмлекәс бирәсәктәр

Балаларға һөт ризыҡтары менән бергә печенье ла биреләсәк. Ул ике төрлө буласаҡ. 

Бәләкәстәргә йәнә бер тәмлекәс бирәсәктәр
Бәләкәстәргә йәнә бер тәмлекәс бирәсәктәр

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Һөт кухняһы”на ҡағылышлы яңылыҡ хәбәр ителгән. Хәҙер был пункттарҙа, ғәҙәттәге һөт аҙыҡ-түлегенән тыш, печенье ла тәҡдим итәсәктәр. Уны Белоретта етештерәләр.

“Идеянан ғәмәлгә ашырыуға тиклем бер йылға яҡын ваҡыт үтте. Печенье тәмле, иң мөһиме файҙалы булһын өсөн ихтыяжды өйрәндек, ҡорамалдар һатып алдыҡ, рецептарҙы ентекләп һайланыҡ. Артабан уның составын “Роспотребнадзор” белгестәре тикшерҙе. Дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡҡа ярашлы, алты айҙан алып балаларға печенье бирергә мөмкин.

Бәләкәстәр өсөн ул ике төрҙә әҙерләнә - кальций, тағы тимер менән байытылғаны. Балалар һәм ата-әсәләр яҡшы баһалар тип ышанабыҙ.

Барығыҙға ла сәләмәтлек теләйбеҙ!” - тип хәбәр иткәндәр.

Фото: vk.com/glavbash

Бәләкәстәргә йәнә бер тәмлекәс бирәсәктәр
Бәләкәстәргә йәнә бер тәмлекәс бирәсәктәр
Бәләкәстәргә йәнә бер тәмлекәс бирәсәктәр
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: