2023 йылдың 1 ғинуарынан бала табыу һәм уны тәрбиәләү буйынса берҙәм пособие бирелә башланы.
Ул быға тиклем ғәмәлдә булған биш ярҙам сараһын – йөклөлөктөң иртә срогында медицина ойошмаһына иҫәпкә торған ҡатынға ай һайын түләнгән пособиены; беренсе баланың тыуыуы (уллыҡҡа алыныуы) менән бәйле өс йәшкә тиклемге ай һайын бирелгән түләүҙәрҙе; өсөнсө йәки артабанғы баланың өс йәшенә тиклемге ай һайын бирелгән түләүҙәрҙе; өстән ете йәшкә тиклемге ай һайын бирелгән түләүҙәрҙе; һигеҙҙән 17 йәшкә тиклемге ай һайын бирелгән түләүҙәрҙе үҙ эсенә ала.
– 2023 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә ғәмәлдә буласаҡ берҙәм пособие балалары булған ғаиләләргә башҡа федераль һәм төбәк ярҙам сараларының ҡыҫҡартылыуына килтермәйәсәк. Яңы универсаль пособие балалары булған ғаиләләргә ҡатындың йөклө ваҡытынан алып балаға 17 йәш тулғансы түләүҙәрҙе берләштерәсәк, – тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова. – Шул уҡ ваҡытта балалары 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған ата-әсәләр пособиены элекке ҡағиҙәләр буйынса алыу хоҡуғына эйә йәки универсаль пособиеға күсә ала. Мәҫәлән, бер ғаилә беренсе бала өсөн түләү ала икән, ул балаға өс йәш тулғансы дауам итә ала.
Шулай итеп, 2023 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә тейеш булған түләүҙәр берҙәм пособиеға берләштерелә.
Бер ғариза нигеҙендә:
– 12 аҙнаға тиклем иҫәпкә торған йөклө ҡатындарға,
– тәүге балаға,
– өсөнсө бала тыуғанда,
– өс йәштән ете йәшкәсә балаларға,
– һигеҙ йәштән 17 йәшкәсә балаларға түләү юлларға була.
Бынан тыш, берҙәм пособиены мохтаждар иҫәбенә ингән яңы категория, йәғни икенсе балаһына өс йәш тулмаған ғаиләләр ҙә аласаҡ. Әлегә тиклем бындай ғаиләләр түләүҙе әсәлек капиталы аҡсаһынан ғына алырға хоҡуҡлы ине.
Айһылыу НИЗАМОВА