Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Ғинуар 2023, 13:47

Эшһеҙлек кәмей

Был юҫыҡта федераль һәм республика бюджетынан аҡса бүленә.

phonoteka.org
Фото:phonoteka.org

Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан       буйынса төбәк органы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2022 йылдың август-сентябрь айҙарында республикала эшһеҙлек кимәле өс процентҡа тиклем кәмегән.

Һөҙөмтәлә мәшғүллек хеҙмәте барлыҡҡа килгән ваҡыттан алып, йәғни 1991 йылдан, тарихи минимум яңыртылған. Шулай итеп, эшһеҙҙәрҙе теркәү алып барылғандан алып беренсе тапҡыр эшһеҙлек кимәле  Волга буйы федераль округы төбәктәре менән сағыштырғанда түбәнерәк тип табылған.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе хәбәр итте: “Беҙ хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү йәһәтенән әүҙем эшләйбеҙ. Был йәһәттән Рәсәй Хөкүмәте ярҙам итә.

2022 йылда Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостанға 1,8 миллиард һум аҡса бүлде. Сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең яңы компетенцияларға уҡыуы һәм ваҡытлыса эш урындарын булдырыу һөҙөмтәһендә эшһеҙ ҡалыу хәүефе аҫтындағы хеҙмәткәрҙәр һанын ҡыҫҡарта алдыҡ. Август-сентябрҙә был һан алты меңгә яҡын – 19,5-тән 14 меңгә тиклем кәмене.

2022 йылда хеҙмәт баҙарына ярҙам булараҡ йүнәлтелгән өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында республика бюджетынан 18,4 миллион һум аҡса бүленде. Мәҫәлән, Благовар районында “Благовар ҡошсолоҡ заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән 105 хеҙмәткәр һөнәри уҡыу үтте.

Белореттағы Урал пружиналар заводы 4,5 миллион һум алды, предприятие мәшғүллекте һаҡлап ҡына ҡалманы, 50-нән ашыу хеҙмәткәр килемен дә һаҡланы.

Йыл һайын республикалағы 1,5 меңдән ашыу эш биреүсе хеҙмәт урындарын һаҡлап ҡалыу өсөн ярҙам аласаҡ, ә 28 меңдән ашыу граждан эшкә урынлаштырыласаҡ”.


Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: