Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Ғинуар 2023, 13:48

Рәсәйҙә икенсе урындабыҙ

Эшҡыуарҙар гранттар яулай.

Башҡортостан Хөкүмәте
Фото:Башҡортостан Хөкүмәте

Өфөлә иң яҡшы социаль эшҡыуарҙарҙы – Бөтә Рәсәй “Йылдың иң яҡшы проекты-2022” конкурсының төбәк этабы еңеүселәрен бүләкләнеләр.

Был сарала еңеп сыҡҡан конкурсанттар төбәк исеменән федераль кимәлдә сығыш яһаясаҡ. Сараны Башҡортостандың Эшҡыуар­лыҡ һәм туризм министрлығы ярҙа­мында Бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡ үҫеше буйынса агентлыҡ ойоштора. Конкурс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ баш­ланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.

– Башҡортостанда социаль эшҡыуар­лыҡ уңышлы үҫешә: социаль эшҡыуарҙар һаны буйынса республика Рәсәйҙә икенсе урында тора. Төбәктә был тармаҡ үҫеше өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Быйыл 138 социаль эшҡыуар төрлө гранттар яуланы. Социаль йүнсел­лек үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ ала, дәүләткә социаль өлкәләге мәсьә­ләләрҙе тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә, – тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Быйыл конкурсты ойоштороу комитеты социаль эшҡыуарҙарҙан һәм коммерцияға ҡарамаған сектор­ҙан 61 ғариза алған. Конкурсант­тарҙың проекттары көнүҙәклеге, социаль һөҙөмтәһе, иҡтисади һәм инновация ҡеүәте, шулай уҡ мәғлүмәт асыҡлығы йәһәтенән баһаланды, тип хәбәр итә республика Хөкүмә­тенең матбуғат хеҙмәте.

– Башҡортостан – социаль эш­ҡыуар­лыҡ йәһәтенән лидер. 400-ҙән ашыу предприятие социаль эш­ҡыуарҙар реестрына ҡарай. Һәр эш­ҡыуарҙың социаль өлкә үҫе­шен­дә өлөшө һиҙелерлек, – тип бел­дерҙе Социаль эшҡыуарлыҡ үҫеше үҙәге директоры Денис Богатов.

Мәҫәлән, бәләкәй һәм урта эш­ҡыуар­лыҡ субъекттары араһында шәхси эшҡыуар Вероника Чикарлеева – “Мәҙәниәт-мәғариф өлкә­һендәге социаль эшҡыуарлыҡтың иң яҡшы проекты”, шәхси эшҡыуар Айгөл Щадрина “Өҫтәмә белем би­реү һәм балаларҙы тәрбиәләү өл­кәһендәге социаль эшҡыуар­лыҡтың иң яҡшы проекты” номинацияһында еңеүсе тип табылды.


Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: