Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Ғинуар 2023, 15:30

Әсәлек капиталын яңыса файҙаланыу

Законға үҙгәрештәр индерелде.

ВКонтакте
Фото:ВКонтакте

2020 йылдың апреленән Пенсия фонды әсәлек капиталына сертификатты электрон төрҙә рәсмиләштерә һәм Пенсия фонды сайтындағы, Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетҡа ебәрә.

Ошо платформа аша аҡсаны файҙаланыу буйынса ғариза яҙырға һәм суммаға контроллек итергә мөмкин. Шулай итеп, ғаилә бала тыуғандан һуң сертификатты клиент хеҙмәттәренә йөрөп юлламай.

“Әсәлек (ғаилә) капиталы тураһындағы закон тормошҡа ашҡандан алып республикала 391 мең дәүләт сертификаты тапшырылды. Барлыҡ йүнәлештәрҙе финанслау һәм әсәлек капиталын файҙаланыу өсөн 132,7 миллиард һум аҡса йүнәлтелде”, – тип белдерҙе Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров.

Әсәлек капиталын файҙаланыуҙа үҙгәрештәр бар. 4 августа Рәсәй Президенты Владимир Путин “Әсәлек капиталы тураһында”ғы федераль законға үҙгәрештәргә ҡул ҡуйҙы.

Һүҙ әсәлек капиталын шәхси эшҡыуарҙар күрһәткән мәғариф хеҙмәттәрен түләүгә файҙаланыу тураһында бара. “Закон мәктәпкә тиклемге белем биреүҙән файҙалана алыуға йүнәлтелгән. Ата-әсәләр әсәлек капиталы аҡсаһын мәғариф эшмәкәрлегенә лицензияһы булған шәхси эшҡыуарҙар асҡан балалар баҡсаһы өсөн түләүгә тотона ала”, – тип белдерҙе Рәсәй Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин.

Белеүебеҙсә, әсәлек капиталы аҡсаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, балаларҙың белем алыуына, әсәнең пенсияһының йыйылма өлөшөнә, инвалид балалар өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатып алыуға, 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған (уллыҡҡа алынған) икенсе бала өсөн ай һайын түләүҙәргә файҙаланып була ине.

Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә күп балалы һәм инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам сараһы барлығы тураһында хәбәр иткәйне. “Йәйҙән йорт төҙөү йәки һатып алыу өсөн бирелгән таныҡлыҡты ипотекаға беренсе иғәнәне түләү өсөн файҙаланырға мөмкин. Уны шулай уҡ төп бурысты йәки проценттарҙы ҡаплау маҡсатында ҡулланырға була”, – тип хәбәр итте ул.

Быға тиклем күп балалы һәм инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр йорт төҙөү өсөн ер биләмәһенә генә дәғүә итә ала ине. Төбәктә йәшәүселәрҙең һорауы буйынса был сара киңәйтелде. Ергә мохтаж булмағандар, әммә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләгәндәр 250 мең һум күләмендә аҡса алыу хоҡуғына эйә. “Был хеҙмәт халыҡта ҙур һорау менән  файҙалана. 2020-2021 йылдарҙа 100 миллион һумдан ашыу күләмдә 600 таныҡлыҡ тапшырҙыҡ. Быйыл иһә 2016 йылдың 31 декабренән сиратҡа торған барлыҡ граждандар ҙа унан файҙалана ала. Ошо маҡсатта бюджеттан тағы 100 миллион һум бүлеү ҡаралған, тик программа тормошҡа ашырылған һайын сумма ла артасаҡ”, – тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: