Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Ғинуар 2023, 13:46

Йыл башынан – 100 мең һум!

Газ сертификатының суммаһы артты.

“Башинформ”.
Фото:“Башинформ”.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса был үҙгәреш льготаға эйә барлыҡ граждандарға ҡағыла. Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамованың белдереүенсә, 2023 йылда ошо маҡсатта республика бюджетынан 219 миллион һум (2190 сертификатлыҡ) аҡса сарыф итеү планлаштырыла.

Торлаҡ йортто газға тоташтырыу сертификаттарын республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы түләй. Граждандарҙың сертификатты алыу хоҡуғын иһә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы билдәләй.

Башҡортостан юлдаш телеканалында үткәрелгән брифингта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова: “Быға тиклем сертификатты алыу хоҡуғына эйә категория граждандарға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләһе лә ҡушыла”, – тип белдерҙе.

Ошоға тиклем ташламаға хоҡуҡлыларҙың был категорияһына ярҙам күләме 75 мең һум тәшкил итте. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға һәм инвалидлыҡ алған хәрбиҙәргә 100 мең һумлыҡ таныҡлыҡ бирелә торғайны.

Үҙгәрештәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың төбәк властарына газ ҡорамалдары һатып алыу өсөн түләй алмаған мохтаж рәсәйҙәргә ярҙам күрһәтергә тигән ҡарарына бәйле. Дәүләт башлығы, Энергетика аҙналығында сығыш яһап, дотациялар бер тоташыу өсөн кәмендә 100 мең һум тәшкил итергә тейеш, тип белдерҙе. Субсидияларҙың бер өлөшө федераль бюджет иҫәбенә биреләсәк.

Әйткәндәй, ташламаға хоҡуҡлы граждандарға газ селтәрҙәренә тоташыу өсөн аҡсалата сертификат алырға мөмкинлек биргән программа Башҡортостанда өс йыл эшләй. Республика Башлығы Радий Хәбировтың “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә торлаҡ йорттарҙы газға тоташтырыуҙа граждандарҙың айырым категорияларын дәүләт ярҙамы менән тәьмин итеү тураһында”ғы Указына 2019 йылдың 9 сентябрендә ҡул ҡуйылды.

Таныҡлыҡ алыу хоҡуғынан файҙаланыу өсөн яҡындағы “Газпром газ бүлеү Өфө” офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда белгестәр йортто газ селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн техник мөмкинлек бармы-юҡмы икәнлеген тикшерәсәк, тоташтырыуға контракт төҙөйәсәк. Килешеү һәм кәрәкле документтар пакеты менән Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә йәки Күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Владимир Путиндың күрһәтмәһе Рәсәйҙә 2021 йылдан алып эшләп килгән социаль газлаштырыу программаһының дауамы булып тора. Уға ярашлы, 300 мең ер участкаһына газ торбалары һалынған да инде.

Рәсәй Хөкүмәте социаль газификациялау программаһын киңәйтте. Ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Хөкүмәт социаль газификациялау программаһын мөҙҙәтһеҙ итте һәм хәҙер медицина, белем биреү ойошмалары ла газ бүлеү селтәрҙәренә бушлай тоташтырыласаҡ. Был хаҡта Хөкүмәт сайтында хәбәр ителгән һәм Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған ҡарарға һылтанма яһалған.

– Һүҙ газ үткәрелгән тораҡтарҙағы балалар баҡсалары, мәктәптәр, поликлиникалар, дауаханалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, дөйөм практика табиптары бүлексәләре тураһында бара. Документтан күренеүенсә, бындай ойошмаларға ер участкаларына тиклем газ үткәргән һәм бинаны газ бүлеү селтәренә тоташтырған өсөн аҡса түләргә тура килмәйәсәк, – тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Ошо уҡ ҡарар менән социаль газификациялау программаһы оҙайтыла. Уға ярашлы, граждандарҙың йорттарына “зәңгәр яғыулыҡ” индереләсәк. Шулай итеп, хәҙер был программаның ваҡыты сикләнмәгән. Был күп кенә кешеләргә йорттары урынлашҡан участкаларын тәбиғи яғыулыҡ менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә.

Әйткәндәй, газ үткәреп бөтөү программаһы зәңгәр яғыулыҡ булған биләмәләрҙәге йорттарға ҡағыла. Өҫтәүенә, газ үтергә тейешле өй кешеләрҙең үҙ милкендә йәки шәхси, ғаилә, йорт һәм башҡа мохтажлыҡ менән бәйле хоҡуҡта булырға, эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнмәҫкә тейеш.

Был осраҡта газ үткәргесте ер участкаһына тиклем бушлай һуҙалар. Хәбәр итеүебеҙсә, һаулыҡ һаҡлауҙың дәүләт һәм муниципаль системаһының лицензияһы булған медицина ойошмаларына ҡараған фельдшер һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарын, дөйөм практика табиптары кабинеттарын (бүлексәләрен), табип амбулаторияларын газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу күҙаллана. Ошо күрһәтелгән капиталь төҙөлөш объекттарына газды йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү өсөн файҙаланырға мөмкин.


Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: