Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда республиканың мәшғүллек хеҙмәттәре тарафынан төрлө төркөм граждандары өсөн һәм төрлө иҡтисади эшмәкәрлек буйынса 1,7 меңдән ашыу вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо. Сараларҙа 2080 эш биреүсе ҡатнашҡан. Йәрминкәләргә эш эҙләүсе 32 мең кеше килгән һәм 6,5 меңе эшкә урынлаштырылған.
– Республиканың эш биреүселәре беҙҙең вакансиялар йәрминкәһендә әүҙем ҡатнаша,- тип билдәләне ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Һуңғы ике йылда мәшғүллек үҙәктәрендә эшкә урынлаштырыу буйынса сараларҙы кесе йомала үткәреү традицияһы нығынды. Был предприятиелар өсөн дә, граждандар өсөн дә уңайлы. Бөгөн республиканың вакансиялар банкында 41 меңдән ашыу вакансия иҫәпләнә. Быйыл беҙ уны яңы форматта – кадрҙарҙы асыҡ һайлап алыу рәүешендә үткәрә башланыҡ. Сара ваҡытында эш биреүселәр кандидаттар менән туранан-тура аралаша, компанияһы менән таныштыра, эш эҙләүсенең реакцияһын, тәртибен баһалай ала. Эш эҙләүселәр шунда уҡ хеҙмәт шарттары менән таныша, ҡыҫҡа ваҡытта ярашлы вакансияны табыу мөмкинлеге бар. Һуңғы йылдарҙа мәшғүллек үҙәктәре бындай сараларҙы дистанцияла ла үткәрә башланы.
Былтыр май һәм сентябрь айҙарында үткәрелгән “Йәштәргә – эш!” республика акцияһында 143 вакансиялар йәрминкәһе ойошторолған. Мәктәп уҡыусылары, сығарылыш студенттары – барлығы ете меңдән ашыу ҡыҙ һәм егеттәр ҡатнашҡан.
Йәштәргә өс меңдән ашыу эш урыны тәҡдим ителгән. Оҫталыҡ дәрестәрендә аңлайышлы резюме төҙөргә, портфолио әҙерләргә, эш биреүсе менән осрашҡанда үҙеңде нисек тотоу буйынса күнекмәләргә өйрәткәндәр. Акцияла ҡатнашҡан 1,9 мең йәш кеше төрлө эштәргә урынлашҡан, уҡыусылар республикала ҙур һорау менән файҙаланған һөнәрҙәр тураһында аңлатма алған.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/20032/