Ауылдың донъя мәшәҡәттәрен унда йәшәгән кеше генә белә торғандыр. Берҙәмлектә – көс икәнен дә ауылдаштар яҡшы үҙләштергән.
Һайран ауыл биләмәһе хакимиәтенә Яңы Әптек ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһе ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ғаиләгә утын кәрәк булыуын белеп, мәсьәләне тиҙ хәл итәләр. Утынды йортҡа алып барып, йәһәт кенә бушатып та ҡуйғандар, тип яҙа “Торатау” гәзите.
- Беҙгә берҙәм һәм бергә булырға, мохтаждарға ярҙам итергә, айырыуса ил именлеге өсөн көрәшкәндәрҙең ғаиләләренә ихтирамлы һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Мөмкинлек булғанса артабан да яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам ҡулы һуҙасаҡбыҙ, - тип белдерҙеләр Һайран ауыл биләмәһе хакимиәтендә.
Фото:vk.com