Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
31 Ғинуар 2023, 22:15

Беҙҙә хәлдәр яҡшыраҡ

Бөгөн Башҡортостанда 45 мең төрлө магазин, матурлыҡ салоны, бөҙрәхана, ателье, кафе, ресторан, ашхана, оҫтаханалар иҫәпләнә.

Беҙҙә хәлдәр яҡшыраҡ
Беҙҙә хәлдәр яҡшыраҡ

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ҡулланыусылар баҙары үҫеше темаһы ла ҡаралды. Төп доклад менән республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, баҙар инфраструктураһы йыл һайын әүҙем үҫешә.

Бөгөн Башҡортостанда 45 мең төрлө магазин, матурлыҡ салоны, бөҙрәхана, ателье, кафе, ресторан, ашхана, оҫтаханалар иҫәпләнә. 2022 йылдың тәүге туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса, был тармаҡҡа инвестициялар күләме алдағы йыл менән сағыштырғанда 9,2 процентҡа үҫкән һәм дүрт миллиард һумға еткән.

Министр белдереүенсә, ҡулланыусылар баҙары Башҡортостан иҡтисадында мөһим урынды биләй. Төбәк тулайым продуктының 13 проценты тап уның өлөшөнә тура килә. Әле сауҙа тармағында 300 меңдән ашыу кеше мәшғүл, йәки эшләгән һәр бишенсе граждан.

"2022 йылда Башҡортостандың ҡулланыусылар баҙарындағы хәлдәр дөйөм Рәсәй тенденцияһы сиктәрендә үҫеште – санкцияларҙың кире факторҙары йоғонто яһаны. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округы һәм Рәсәй төбәктәре менән сағыштырғанда, беҙҙә кире йоғонтолар әҙерәк тойолдо", – тине Алексей Гусев.

Фото: "Республика Башкортостан". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: