Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендәге Хөкүмәт кәңәшмәһендә теркәлгән кешеләр һаны 25 меңдән кәм булған медицина ойошмаларына компенсация түләүҙәрен биреү мәсьәләһе тураһында һөйләштеләр. Бөгөн бындай медицина ойошмаларында 718 табип эшләй. 138 белгескә ҡытлыҡ кисерелә.
– Табиптарҙы һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәрен тармаҡҡа йәлеп итеүҙең төп саралары булып берҙәм түләүҙәр һәм пособиелар биреү буйынса федераль һәм республика программалары тора. Улар буйынса финанслау былтыр 185 миллион һум тәшкил итте. 172 хеҙмәткәр түләүҙәрҙе алды, - тине Андрей Назаров.
Түләүҙәрҙе биреү тәртибе тураһында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.
- Компенсация түләүҙәре табип-терапевт, участка табибы-терапевы, педиатр, участка педиатры һәм дөйөм практика табибы белгеслектәре буйынса биреләсәк, - тине һаулыҡ һаҡлау министры.
Программаны тормошҡа ашырыу өсөн 150 миллион һум ҡаралған. Һәр табип өс миллион һум күләмендә аҡса аласаҡ: килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң өс йылда һәр йыл һайын берешәр миллион һум аҡса түләнәсәк. Сумма, башҡа программалар (Башҡортостан табиптарына бер йәки 1,5 миллион һум аҡса түләнә) менән сағыштырғанда, ҙурыраҡ. Алыҫ төньяҡ райондарҙа эшләргә тәҡдим иткән “Ауыл табибы” программаһы суммаһынан да күберәк.
- Табиптар етешмәү мәсьәләһен хәл итеү менән бер рәттән, медицина ойошмаларына урта звено белгестәрен йәлеп итеүгә лә иғтибар бүлергә кәрәк, - тине Премьер-министр.
Фото: pravitelstvorb.ru/news/20065/