Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
2 Февраль 2023, 17:55

Әгәр балағыҙға өс йәш тулмаһа...

Был хоҡуғығыҙ тураһында беләһегеҙме?

Әгәр балағыҙға өс йәш тулмаһа...
Әгәр балағыҙға өс йәш тулмаһа...

2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостандағы өс йәшкә тиклемге балалары булғандар әсәлек капиталынан түләү алыу хоҡуғына эйә. Уның суммаһы – балаға бер йәшәү минимумы. Башҡортостанда ул – 12 мең 271 һум.

Әсәлек капиталынан түләнгән аҡса, ғаиләләге нисәнсе бала булып тыуыуына ҡарамаҫтан, өс йәшкә тиклемге ҡыҙға йәки малайға бирелә. Элек бындай түләүҙәрҙе өс йәшкә тиклемге икенсе балаға ғына рәсмиләштереп була ине.

Түләүҙе тәғәйенләү шарттары:

  • Һәр ғаилә ағзаһына төбәктәге һәр кемгә килеме ике йәшәү минимумынан күп булмағандар дәғүә итә. Башҡортостанда был сумма 25 мең 300 һумдан күп булмаҫҡа тейеш;
  • Түләү мохтажлыҡҡа комплекслы баһа бирелмәйенсә түләнә – йәғни ғаилә милке иҫәпкә алынмай һәм “нуль кимәле ҡағиҙәһе” ҡулланылмай;
  • Бындай түләүгә Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә даими йәшәгәндәр дәғүә итә ала.

Түләү тәғәйенләнмәй, әгәр:

  • Бала тулыһынса дәүләт тәьминәтендә булһа;
  • Ғариза биреүсе ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителһә йәки хоҡуғы сикләнһә.

Пособиены “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында;

Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтендә https://sfr.gov.ru/branches/bashkortostan/info/~0/7032
күп функциялы үҙәктә https://mfcrb.ru/ рәсмиләштерергә мөмкин.

Рәсәй Социаль фондының төбәк бәйләнеш үҙәге телефоны: 8-800-600-02-21.

Фото: 9111.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: