1 февралдән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ҡайһы бер түләүҙәрҙе һәм пособиеларҙы индексацияланылар. Социаль фонд, былтырғы инфляция кимәленә ярашлы, уларҙы 11,9 процентҡа күтәрҙе. Социаль түләүҙәрҙе индексациялауға 150 миллиард һумдан ашыу аҡсаны бүлделәр. Улар араһында балалы ғаиләләргә түләүҙәр, әсәлек капиталы, инвалидтарға һәм ветерандарға түләүҙәр кеүектәре бар.
Мәҫәлән, быйыл беренсе балаға әсәлек капиталы күләме 587 мең һумға тиклем артты. 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң донъяға килгән ике бала булған осраҡта – 775628 һум. Беренсе балаға әсәлек капиталын файҙаланған һәм артабан бала тапҡан йәки тағы бер баланы уллыҡҡа алған ғаиләләр өсөн дәүләт ярҙамы күләме 188682 һумға тиклем артты. Әсәлек капиталын файҙаланмаған ғаиләләр аҡсаһын да индексацияланылар.
Ай һайын түләнгән аҡсалата түләүҙәр ҙә 11,9 процентҡа артты. Башҡортостанда уны 290 мең кеше ала. Улар – инвалидтар, ветерандар, Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, шулай уҡ техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә радиацияға эләккәндәр.
Социаль хеҙмәттәр йыйымы хаҡы, уға ай һайын бирелгән аҡсалата түләүҙәр ҙә инә, айына 1469,74 һум тәшкил итә. Уға ай һайын аҡсалата түләүҙәр алғандарҙың да, тулы йыйымдан йәки аныҡ хеҙмәттән аҡсалата формаға баш тармаһа,баш тартмаһа йәки хоҡуғы бар.
Бала тыуғанда йәки уллыҡҡа алынғанда бер тапҡыр бирелгән пособие күләме лә 26345,39 һумға тиклем артты. Ә эшләмәгәндәрҙең баланы 1,5 йәшкә тиклем ҡарау буйнса айлыҡ пособиеһы һәм эшләгәндәр өсөн был пособиеның минималь күләме 9880,19 һум тәшкил итә.
“Башҡортостан Республикаһы буйынса Социаль фонд бүлексәһе түләүҙәрҙе индексациялау буйынса барлыҡ сараларҙы ҡуйылған ваҡытта атҡарҙы. Республикала йәшәүселәр үҙҙәрен тәғәйенләнгән пособиеларҙы һәм түләүҙәрҙе элеккке кеүек ваҡытта аласаҡ. Социаль фонд Пенсия фонды ла, Социаль страховкалау фонды ла вәкәләттәрен һәм функцияларын тулыһынса үтәй”, – тип белдерҙе Рәсәй Федерацияһы Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Фәнил Вахитов.
Рәсәй Президенты хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен һәм реаль килемгә тәьҫир иткән башҡа күрһәткестәрҙе индексациялауҙың инфляцинан юғарыраҡ һәм алдараҡ тиҙлек менән барыуын билдәләне. Владимир Путин һүҙҙәренә ҡарағанда, кешеләрҙең реаль эш хаҡының күтәрелеүе һәм фәҡирлектең кәмеүе Рәсәй властары өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.
Фото: kislovodsk.bezformata.com