Республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы ҡыҙғандан-ҡыҙа. Быйыл Йылайыр районы данын ҙур һәм боронғо ауылдарҙың береһе – Юлдыбай яҡлаясаҡ. Йәше лә, ҡарты ла еңеү өсөн бар көсөн һала. Ауылдан ситтә йәшәгән ауылдаштары ла ярҙам ҡулы һуҙа.
Конкурс шарттарына ярашлы, ауылда спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, уларҙы һатыу тыйылырға тейеш. Быны конкурс исеме үк әйтеп тора. Урындағы эшҡыуарҙар халыҡ ихтыяры буйынса иҫерткестәр һатыуҙан туҡтаны, уны ҡулланыусылар ҙа бермә-бер кәмене. Халыҡ айыҡ тормош яҡлы.
Юлдыбай ауылы егете, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Айназ Мостафин ауылдаштарының теләген сағылдырған шаян видеолар төшөрә. Бәлки, барлыҡ магазиндар ҙа урындағы халыҡтың мәнфәғәтен хөрмәт итеп, еңеүгә өлөш индерер.
Видео: Айназ Мостафин.
Фото: vk.com/mustafin_18