Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда Министрҙар кабинеты башлығы Андрей Назаров рәйеслегендә “Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһындағы” законды тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.
- Бөгөн беҙҙең мәктәптәрҙә күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 32 меңләп кеше уҡый. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса уларҙың барыһы ла тиерлек мәктәп формаһы өсөн аҡсалата компенсация һәм яҙыу кәрәк-яраҡтары тупланмаһы алды. Бушлай туҡланыу менән файҙаланалар. Был йүнәлештәр буйынса дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 510 миллион һумдан артып китә. Бынан тыш күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 7,5 мең беренсе класс уҡыусылары мәктәп яҙыу кәрәк-яраҡтары тупланмаһын алды. Быйыл был уҡыусыларға дәүләт ярҙамына ныҡлы иғтибар биреүҙе дауам итәсәкбеҙ, - тине Андрей Назаров.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да республикала күп балалы ғаиләләргә ярҙам буйынса саралар комплексы тураһында ентекле һөйләне.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.