Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер–министр Андрей Назаров рәйеслегендә оператив видеоконференция бәйләнешендә кәңәшмә үтте. Ведомство етәкселәре һәм төбәктең муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары менән мәктәп туҡланыуын ойоштороу һәм уның сифаты мәсьәләләре тикшерелде.
- Балалар туҡланыуы сифатлы булырға тейеш. Ошоға бәйле туҡланыу сифатын күҙәтеү мәсьәләһе айырым контролдә тотола, - тине Андрей Назаров.
Министрҙар кабинеты етәксеһе ата-әсәләр тарафынан ялыуҙарҙың 2021 йылдың ғинуарынан 2022 йылғаса 21-ҙән 7-гә тиклем кәмеүен билдәләне. Социаль туҡланыу өлкәһендә был - мөһим эш индикаторы.
Ғинуар айында Социаль туҡланыу идаралығы мәктәп, балалар баҡсалары кеүек социаль өлкә учреждениеларына 68 тапҡыр рейдҡа сыҡҡан.
- 2023 йылдың ғинуар һөҙөмтәләре ыңғай динамика күрһәтә: 2022 һәм 2021 йылдарҙың ғинуарына ҡарата асыҡланған тайпылыштар проценты кәмене, - тине Премьер-министр.
Мәҫәлән, ризыҡтарҙы әҙерләү технологияһы тайпылышы 2023 йылда тикшерелгән ойошмаларҙың 7,2 процентында асыҡланған (2022 йылда – учреждениеларҙың 46,4 процентында); яраҡһыҙ продукцияны асыҡлау 25 проценттан 8,4 процентҡа тиклем кәмегән; балалар туҡланыуы өсөн тәғәйенләнмәгән продукцияны файҙаланыу осраҡтары 37,5 проценттан 25 процентҡа тиклем аҙайған.
Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев һүҙҙәренә ҡарағанда, “Социаль туҡланыу идаралығы” учреждениеһы төрлө учреждениеларға рейдҡа сығып туҡланыуҙы ойоштороу кимәлен баһалай. Быйыл ғинуарҙа социаль өлкәһе учреждениеларына графикка ярашлы – 54, һәм пландан тыш 14 сәфәр ойошторолған.
Шулай уҡ республикала аҙыҡ-түлек сеймалын һәм әҙер ризыҡтарҙың өлгөләрен лаборатор һынауға йүнәлтеү буйынса ла эш алып барыла. Уны “Һынау үҙәге” лабораторияһы башҡара, ғинуар айында учреждение тарафынан 242 өлгө тикшерелгән.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.