Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
15 Февраль 2023, 18:00

Ҡунаҡҡоловтар инвалид коляскаһы аласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Азамат улы Тажетдиновҡа рәхмәт!

Ҡунаҡҡоловтар инвалид коляскаһы аласаҡ
Ҡунаҡҡоловтар инвалид коляскаһы аласаҡ

Хеҙмәттәшебеҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Яңылыҡтар” тапшырыуы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһенә ярҙам итеү эшен эҙмә-эҙлекле дауам итә.  Яңыраҡ ул инвалид коляскаһын юллау тарихы менән уртаҡлашты. Журналист Ҡунаҡҡоловтарға ярҙам итеү өсөн ниндәй кәртәләр аша үтеүе, кемдәр ярҙам итеүе тураһында социаль селтәрҙә уртаҡлашып бара.   

“Тағы бер шәп яңылыҡ! Был юлы рәхмәтем Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Азамат улы Тажетдиновҡа. Әлеге шул минең Ҡунаҡҡоловтарым буйынса. Рәфискә 1-се төркөм инвалидлығын былтыр Өфө аша юллағас, ИПР тигән картаһы яңы, шуның менән коляскаға сиратҡа ҡуйҙылар. Ә бына Фәйез менән Рафиҡты икенсе йыл инде шул бушлай инвалид коляскаһына сиратҡа ҡуя алмайым бит. Идиә апай былтыр егеттәрҙе район үҙәгенә алып барып медицина күҙәтеүен дә үткәрҙе, тик Асҡар дауаханаһы ИПР тигән картаны тултырмай ҙа ҡуя.

Бер ҡайтҡанда табиптарға үҙем дә инеп ҡараным, поликлиника мөдире - неврологҡа, невролог участка фельдшерына ебәрҙе. Нимә булһа ла, осона сыға алманым. Шунан былтыр декабрҙә Илшат Тажетдинов менән әңгәмә ваҡытында Ҡунаҡҡоловтар тураһында һүҙ сыҡҡайны, әйт тә һал бит инде: "10 пункт эш бар ине, осона сығып бөттөк тиерлек, коляскаға ғына сиратҡа ҡуя алмайбыҙ. Ошоға тиклем гел һатып алғандар". Илшат Азамат улы бер һүҙһеҙ "хәл итербеҙ" тине.

Яңы йыл мәшәҡәттәре менән онотолор тип борсолһам, Аллаға шөкөр! Йылдың тәүге оператив кәңәшмәһендә үк Илшат Азамат улы егеттәрҙең исем-шәрифен һорап алды, Асҡар дауаханаһына шылтыратып, эшебеҙҙе ҡуҙғатып та ебәрҙе. ИПР тултырылды, урам һәм бүлмә инвалид коляскаһына сиратҡа баҫтыҡ, ниһайәт! Хатта өҫтәп санитар йыһазландырылған кресло-өҫтәл дә бирәбеҙ, тип яҙғандар әле! Хәҙер көтөргә генә ҡалды. ИПР картаһы өсөн егеттәрҙе алып бара һалып медицина күҙәтеүе үткәрткән Идиә апай менән Зиннур ағайға рәхмәт! Һәм оло рәхмәтем Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдиновҡа! Һеҙҙең ярҙамдан башҡа беҙ был эште атҡарып сыға алмаҫ инек”, – тип шатлығын уртаҡлашҡан ул.

Документтар юллау, дауахана тупһаһын тапау үҙ аяҡтарында йөрөгәндәргә лә еңелдән түгел, ә бына Ҡунаҡҡоловтар өсөн ул хыялға ашмаҫлыҡ хыял ине. Шуға ла Рәмзиәнең был эше, ныҡышмаллығы һоҡланыу тыуҙыра.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/ramzia.karimova.

Ҡунаҡҡоловтар инвалид коляскаһы аласаҡ
Ҡунаҡҡоловтар инвалид коляскаһы аласаҡ
Ҡунаҡҡоловтар инвалид коляскаһы аласаҡ
Ҡунаҡҡоловтар инвалид коляскаһы аласаҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: