

Стәрлетамаҡта Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге асылды. Мәғлүм булыуынса, был - Башҡортостанда шундай тәүге учреждение.
Үҙәктә "берҙәм тәҙрә" режимында яугирҙәрҙең туғандары һәм яҡындары, шулай уҡ хәрбиҙәрҙең үҙҙәре консультация, юридик һәм медицина-психологик һәм ирекмәндәр ярҙамын аласаҡ. Бынан тыш, ярҙам күрһәтергә теләгәндәр ҙә бында мөрәжәғәт итә ала.
– Былтыр ноябрҙә предприятиеның Директорҙар советы ултырышында Стәрлетамаҡта ярҙам үҙәге булдырырға ҡарар иттек. Совет рәйесе Эдуард Давыдов ошо тәҡдимде әйтте. Берҙәм эш һөҙөмтәһендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙәкте әҙерләп, йыһазландырыуға өлгәштек. Был айырыуса мохтаждарға ярҙам ҙур булыр тип ышанам, – тип белдерҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Рөстәм Ғәзизов.
Ярҙам үҙәге Стәрлетамаҡ ҡалаһының Хоҙайбирҙин урамы, 122-се йортонда урынлашҡан. Эш сәғәте: 10.00 - 20.00, шәмбе – 10.00 - 14.00, йәкшәмбе – ял көнө. Бөтә һорауҙар буйынса түбәндәге телефон һандары аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: 8 (929) -75-74-892.
Фото: Рөстәм Ғәзизов vk.com