Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Февраль 2023, 09:14

Һауа торошо уяу булыуҙы талап итә

Электр тәьминәте туҡтап торһа ла...

Республиканың муниципаль берәмектәрендә сатлама һыуыҡтарҙа электр энергияһы системаһындағы авариялар һәм артабан уларҙы булдырмау өсөн күрелгән саралар тураһында хәбәр иткәйнек инде. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында был ҡырҡыу социаль проблема буйынса матбуғат конференцияһы үткәрелде.

Спикерҙар сифатында Башҡорт­остандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрының беренсе урынбаҫары Тимур Герасимов, Баш­ҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Черенков, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров, шулай уҡ электр селтәре ойошмалары етәкселәре сығыш яһаны.

Ғинуар башында һауа темпе­ратураһының ғәҙәттән тыш түбән булыуы арҡаһында ҡайһы бер урындарҙа электр тәьминәте өҙөлөп торҙо, һөҙөмтәлә халыҡтан күп ялыу килде. Республика етәксеһе Радий Хәбиров кешеләрҙең был ризаһыҙлығын ғәҙел тип атаны һәм яуаплы ойошмаларға мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә ҡушты. 1 декабрҙән алып 17 ғинуарға саҡлы электр утының һүнеп тороуы тураһында 240 мөрәжәғәт теркәлгән.

Дмитрий Черенков әйтеүенсә, ваҡытлыса электр утынан мәхрүм ҡалыу бигерәк тә Өфө һәм Иглин райондарына хас, сөнки уларҙа халыҡ һаны арта бара. Өфө районында, мәҫәлән, Вилорий Угаров билдәләгәнсә, йыл һайын дөйөм майҙаны 300 мең самаһы квадрат метр булған торлаҡ йорттар төҙөлә. “Был – үтә ҙур күләм”, – тине ул. Бынан тыш, район биләмәһендә алты индустриаль парк, башҡа күп объекттар төҙөлә. Тимәк, электр селтәренә көсөргәнешлек тә артҡандан-арта бара.

Вилорий Угаров билдәләүенсә, электр энергияһындағы өҙөклөктәрҙә сатлама һыуыҡтар ғына түгел, төҙөүселәр ҙә ғәйепле: улар йорттарҙы электр селтәренә тоташтырғанда техник шарттарҙы йыш ҡына боҙа икән.

– Улар төҙөлөп ятҡан йорттар өсөн ҡулланыу нормаһын алдан иҫәпләмәй, – тине район хакимиәте башлығы. – Биләмәлә төҙөлөш эштәрен башлағанда артабан селтәргә ниндәй көсөргәнешлек тура килере тураһында белгестәр менән кәңәшләшмәй. Был иһә хатта электән йәшәп килгән ҡасабалар өсөн дә проблема тыуҙыра. Артабан селтәрҙең эшмәкәрлеге өсөн яуап биргән ойошмалар ҡеүәтте арттырыу буйынса йөкләмәләр алырға тейеш була, ә был инде тиҙ генә башҡарыла торған процесс түгел, яңы ҡоролмалар төҙөргә кәрәк.

– Быйылғы ҡыштағы кеүек сатлама һыуыҡтар 1979 йылдан алып булғаны юҡ ине, 7–12 ғинуарҙа республикала минус 40 градусҡа тиклем һыуытты, айырым райондарҙа 45 градусҡа тиклем төштө, был энергетика системаһында эшләгәндәр өсөн ҙур хеҙмәт көсөр­гәнешлеге тыуҙырҙы, – тине Тимур Герасимов.

Уның әйтеүенсә, электр уты дүрт сәғәттән ашыу булмай торһа, был ғәҙәттән тыш хәл тип ҡабул ителә, электриктарҙың өҫтәмә бригадалары эшкә сығарыла, ә система 10 сәғәт һәм унан да артығыраҡ туҡтап торған осраҡтарҙа енәйәт эше ҡуҙғатыла. Дөрөҫ, һуңғыһы, бәхеткә күрә, бер тапҡыр ғына булды.

Министрҙың беренсе урынбаҫары әйтеүенсә, Өфө районының Осоргино ауылында, мәҫәлән, төҙөлөш ойошмаһы йорттар һалыу өсөн ер биләмәһе алғанда электр энергияһына буласаҡ талапты 150 киловольт-ампер тип күрһәткән. Артабан ул ошо майҙанды шәхси участкаларға бүлгән һәм буласаҡ хужаларына һатҡан.  Һөҙөмтәлә һәр биләмәгә 3–5-әр киловатт ҡына ҡалған. “Был электр сәйнүге йә кер йыуыу машинаһы өсөн генә етә”, – ти Тимур Герасимов.

Төҙөүселәр объекттар өсөн документтар юллағанда ғына ҡағиҙә боҙоп ҡалмай, ә эш барышында электр энергияһын ҡулланғанда ла тәртип­һеҙлеккә юл ҡуя. Вилорий Угаров әйтеүенсә, ошо райондағы Зубов ауылында балалар баҡсаһы төҙөгәндә подряд ойошмаһы  ҡышҡы селләлә өс трансформаторҙы яндырған. Урындағы халыҡ туңмаһын өсөн электр селтәре ойошмаһы “Башкирэнерго” менән берлектә энергияны туҡтауһыҙ бүлгеләргә мәжбүр булған, йәғни тәүҙә бер биҫтәне тәьмин итеп, артабан икенсеһен һ.б. “Хужаһыҙ” трансфор­маторҙар һәм селтәрҙе үҙ балансына алып, һуңынан район хакимиәте был селтәрҙәрҙе килешеүһеҙ файҙаланған өсөн һигеҙ миллион һумлыҡ штраф түләгән! “Беҙ ярҙам иттек, ә һуңынан ғәйепле булып ҡалдыҡ...” – тип аптырай Вилорий Угаров.

Иглин районында 16 мең йорт хужалығына газ әле үтмәгән, уларҙы хужалары электр уты менән йылыта, был да, тәбиғи, селтәргә көсөргәнеште арттыра. Ә төбәктәге электр селтәрҙәре иҫкергән, уларҙы яңыртыу өсөн 400-500 миллион һум талап ителә, тинеләр матбуғат конференцияһында.

Электр энергияһын рөхсәтһеҙ ҡул­ланыуға ҡаршы ла көрәш бара. Конференцияла билдәләүҙәренсә, ҡулла­нылған энергияның 30 проценты самаһы был хеҙмәтләндереү буйынса килешеү төҙөмәгән хужалыҡтарға тура килә. Гүзәл Насирова әйтеүенсә, былтыр Иглин ҡасабаһында электрҙы рөхсәтһеҙ ҡулланған йорт хужалыҡтарына ҡарата 42 акт төҙөлгән. Дөрөҫ, электр энергия­һын урлауҙы иҫбат итеүе ҡыйын.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас: