Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналындағы тематик брифингта Өфө хакимиәтенең йәшәйеште тәьмин итеү идаралығы начальнигы урынбаҫары Антон Тристан күп фатирлы йорттарҙың төтөн һәм елләтеү юлдарын төҙөкләндереүҙең яңы системаһын һынау тураһында һөйләне.
Был технология елләтеү юлдарын янғынға бирешмәгән махсус материал менән эшкәртеүгә ҡорола. Был материал торба буйлап өҫтән аҫҡа төшөрөлә һәм уның герметиклығын тәьмин итә. Антон Тристан билдәләүенсә, технология хаҡы буйынса ла, һөҙөмтәлелеге йәһәтенән дә үҙен аҡлай. Төрлө яҡлап тикшерелеп, һынау үткәндән һуң уның Өфөләге барлыҡ проблемалы йорттарҙың елләтеү системаларын һәм төтөн юларын төҙөкләндереү өсөн файҙаланылыуы ихтимал.
Фото: bashinform.ru